Уҡыу йылы яҡынлаша

Уҡыу йылы яҡынлаша 19.08.2014

Баймаҡ районында  барлыҡ мәғариф учреждениеларында  яңы миҙгелгә әҙерлек эштәре аҙағына яҡынлаша. Ремонт-төҙөкләндереү менән бер рәттән мәктәп автобустары торошона ла ныҡлы иғтибар үҙәгендә. Уҡыу йылы алдынан техника махсус күҙәтеү үтә.

Һуңғы йылдарҙа мәктәптәр һанының ҡыҫҡарыуы балаларҙы йөрөтөү, автобустарҙың техник торошона иғтибар артты. Был аңлашыла, сөнки бала ғүмере - иң ҡәҙерлеһе. Хеҙмәт стажы 30 йылға еткән водитель Рәис Юнысов быны яҡшы аңлай. Бына инде өсөнсө йыл ул Иҫке Сибай мәктәбе автобусында эшләй. Һәр көндө ул тиҫтәләрсә бала ғүмерен үҙ яуаплылығына алып юлға сыға.

Баймаҡ районында барлығы 28 мәктәп автобусы бар. Балаларҙы алып йөрөү тәжрибәле водителдәргә йөкмәтелгән. Район мәғариф бүлеге механигы Рәдиф Нурмөхәмәтов әйтеүенсә, автобустарҙың күбеһе 2006 йылда алынған. Талаптарға ярашлы, был төр транспорттың хеҙмәт итеү ваҡыты ун йыл булһа ла, улар әле ҡулланылыуҙа ҡала килә. Шуға күрә техника даими тикшеренеү үтә.

Үҙенә билдәләнгән маршруттағы юлдарҙың торошон яҡшы белеү, графикты теүәл үтәү менән бергә салонда тәртип, балаларҙың юлда йөрөгәндә үҙҙәрен уңайлы тойоуын ҡайғыртырға ла бурыслы водителдәр. Ә инде техниканың төҙөклөгө һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүе хаҡында әйтәһе лә түгел.
Автобус руле - ышаныслы ҡулдарҙатип әйтергә тулы нигеҙ бар. Быны техник күҙәтеү һөҙөмтәләре лә тағы бер мәртәбә иҫбатланы.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку