Уҡыу йылдары, бигерәк тә, синыфташтар, тәүге уҡытыусылар онотолмай, улар ғүмерлек дуҫтар булып ҡала

Уҡыу йылдары, бигерәк тә, синыфташтар, тәүге уҡытыусылар онотолмай, улар ғүмерлек дуҫтар булып ҡала 08.06.2015

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатын тамамлаусылар ҙа йыл һайын осрашып, күрешеп тора. Икенсе йыл рәттән улар белем усағының Һабантуй байрамында йыйыла. Бында төрлө уйындар, спорт ярыштары, конкурстар концерт программаһы менән аралаш бара.  Көн дауамында Башҡортостан эстрадаһы артистары барыһына ла күтәренке кәйеф бүләк итеп, ысын дискотека ойоштора. Шулай ҙа иң мөһиме - күҙгә-күҙ ҡарап аралашыу. Рәсәйҙең төрлө төбәгендә йәшәгән элекке класташтар уҡытыусылары менән осрашып, иҫтәлеккә фотоға төшә, мәктәп йылдарын иҫкә төшөрә.

Фәриҙә Бәхтийәрова, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының ветерандар советы рәйесе: «Беҙҙә уҡып сыҡҡан уҡыусылар һәр ваҡыт ярҙам итеп торалар. Мәктәпкә килеп фәһемле осрашыуҙар ойошторалар. Беҙгә ҡартайырға ирек бирмәй саҡырып, байрамдар яһап, мәктәптең абруйын күтәрәләр». Һабантуйҙан һәр кем ҡәнәғәт ҡалған. «Кисә генә белем усағын тамамлаған кеүек», - ти күптәр. Егерме, утыҙ йыл күрешмәгән класташтар менән ҡабаттан осрашыу, ысынлап та, оло бәхет.
 - Күңел һаман да йәш. 30 йыл һиҙелмәй үтеп китте. Кисә генә мәктәптә ошо составта йөрөгән кеүек ине. Тағы йыйылдыҡ, бик шәп!
- Беҙ айырылмаҫҡа тырышабыҙ, байрамдарҙы бергә үткәрәбеҙ. Интернатҡа ҙур рәхмәт!
- Класташтарымды ныҡ һағынып килдем был байрамға!

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку