Һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыу йылдары әле быуындары ла нығынып етмәгән балалар өсөн ауыр һынауҙар, аслыҡ, яланғаслыҡ алып килә

Һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыу йылдары әле быуындары ла нығынып етмәгән балалар өсөн  ауыр һынауҙар, аслыҡ, яланғаслыҡ алып килә 02.05.2015

Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән Сания Хәсәнова менән уның тиҫтерҙәре өсөн дә ул йылдар ябай булмай. Улар бер телем икмәкте ҙурлап, кейем-һалымды һаҡлап кейеп үҫкән быуындан.

Был йорттоң ихатаһынан уҡ  иҙәнгә түшәлгән  балаҫтар күҙгә ташлана. Уларҙы  «һуғыш йылдарында ауыр бала саҡ кисергән» Сания Ҡотлогилде ҡыҙы  үҙ ҡулдары менән бәйләй. Һуғыш бөткәндә Санияға ни бары 10 йәш кенә була. Ашау наҡыҫ, өҫ-башта йүнле кейем булмай.
Бала һәм үҫмер сағынан ауырлыҡ күргән ҡыҙға тормош һәр ваҡыт ал да  гөл булмай. Алмалай сағында  Ерек ауылына килен булып төшә. Оҫта ҡуллы йүнсел егет Һиҙиәт менән яҙмышын бәйләй. Бер-бер артлы алты балалары донъяға килә. Ләкин тормош иптәше бик иртә фажиғәле вафат була. Сания Ҡортлогилде ҡыҙына балаларын яңғыҙына аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Уның юҡтан бар яһау ғәҙәте бары тик үҙ көсөнә таянып йәшәүендә. Кейелгән кейемдең бөртөгөн дә әрәм итмәй  балаҫтар бәйләй. Һуғыштан һуңғы ауыр мәлдәрҙең шаһиты булған замандашыбыҙ бөгөн  тыныс иртәләргә һөйөнөп, ил-ергә бәрәкәт теләп донъя көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку