Һуғышта юғалған яҙмыш 09.09.2016

Бөрө районынан Дмитрий Мамонтов 25 йәшендә фронтҡа алына, әммә уға тыуған яғына ҡайтыу бәхете эләкмәй. Яҡындарына хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында хат килә. Ниһайәт, эҙәрмәндәр отряды көсө менән билдәһеҙ һалдат тыуған яғында ерләнде.

Галина Егошина атаһының бер туған ҡустыһы хаҡында һөйләгәндә күҙ йәштәрен йәшерә алмай. Дмитрий Мамонтов әрменән һуң ғаилә ҡороп, бәхетле тормош көтә генә башлағанда - ҡәһәрле һуғыш башлана. Артабан яугирҙың туғандары уның хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында ике тапҡыр «ҡара ҡағыҙ» ала. Ниһайәт, батыр тыуған яғында ерләнәсәк. Быйыл май Псков өлкәһендә эҙәрмәндәр отряды тарафынан уның медальоны табыла. Иҫке Петров ауылында ойошторолған митингта һалдаттың шәхси әйберҙәре - каска, көрөшкә, гильзалары ла күрһәтелде.
Дмитрий Мамонтовты һуңғы юлға оҙатырға күрше ауылдарҙан, Өфө, Бөрө ҡалаларынан да килгәйнеләр. Барыһын да батырҙың яу юлы ҡыҙыҡһындырған. Һалдатты ерләү өсөн ауыл зыяратында иң матур урын да һайлана.
«Әгәр иҫән ҡайтҡан булһа, быйыл йөҙ йәшен билдәләр ине»,- тип үкенә яугирҙың туғандары. Хәҙер инде уларҙың күңеле  тыныс. Ауылдаштары ла Дмитрий Мамонтовты хөрмәтләп иҫкә ала. Фронтҡа китер алдынан ул урындағы колхоздың үҫешенә тос өлөш индергән.
Галина Егошина, Дмитрий Мамонтовтың бер туған ағаһының ҡыҙы: «Өләсәйебеҙ әллә күпме күҙ йәшен түкте.  Ул һуңғаса уның ҡайтыуына өмөтләнгәйне. Ышанып йәшәне. Әлбиттә, әсә кеше өсөн был оло юғалтыу булды, ағайымдың улы әлеге көндә Белоруссияла йәшәй. Сәләмәтлеге буйынса ҡайта алманы».
Һуғыш күптәрҙе етем ҡалдыра, билдәһеҙ һалдаттарҙы асыҡлау еңел түгел, әммә изге эш. Был йәһәттән эҙәрмәндәрҙең эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ.
Тыныслыҡ өсөн көрәшеп, яу яланында ятып ҡалған Дмитрий Мамонтовтың шәхси әйберҙәрен эҙәрмәндәр ауыл мәктәбенә тапшырҙы. Экспонаттар менән «Хәрби дан» мөйөшөндә танышырға була. Белем усағы етәкселеге киләсәктә был бинала һуғыш йылдарына арналған музейҙа ойошторорға ниәтләй. Уҡыусылар әлегә яугирҙар хаҡында мәғлүмәт йыйыу менән шөғөлләнә.
Китапхананы йәмләп тороусы был мөйөштә Иҫке Петров ауыл биләмәһенән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар, тыл ветерандары хаҡында ла бай материал тупланған. Әлегә фронтта ҡатнашҡан бер яугир-ҡатын ғына иҫән.
Бөйөк Ватан һуғышы яланынында хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләү өҫтөндә меңдәрсә кеше эшләй. Йыл башынан ғына республикала алты яугир тыуған яғында ерләнгән. Һөҙөмтәле, изге эш киләсәк тә лә дауам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика