Уңышлы маневр!

Уңышлы маневр! 20.01.2016

Беҙҙең телевизор ҡараусыбыҙ республика юлдарының береһендә  автомобиль аҫтында ҡала яҙған ҡабанды төшөргән. Юл аша үтеп барған ҡырағай йәнлекте әйтерһең дә, Хоҙай үҙе аралаған. Һәр хәлдә ҡабан сусҡаһы үҙе лә оло фажиғә алдында юғалып ҡалмай.  Шуныһы ҡыҙыҡ, был мәлдә автомобилдә яңғыраған йыр ҡырағай  хайуандың   кәйефен сағылдырған кеүек тойола.

Был яҙманы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасыһы «Видеоһунар» акцияһында ҡатнашыу өсөн ебәргән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иң ҡыҙыҡлы роликтар беҙҙең сайтта һәм эфирҙа сағылыш табасаҡ.  Видеояҙмаларҙы беҙҙең телефонға һәм ватцапҡа ебәрергә мөмкин. Уның һандары 8 937 300 20 23.
Ә бына тағы ла бер яҙма. Йәйге видеоһунар шаһиты урманда мышы осратып, ҡырағай хайуан менән менән аралашырға ҡарар иткән.  
Быныһы тағы ла бер ҡыҙыҡлы яҙма. Нисек ҡырағай йәнлектәр кеше һәм йорт хайуандары менән  уртаҡ тел таба ала? Кадрҙан күренеүенсә, урмандан йүгереп сыҡҡан айыу балаһы ял итеүселәрҙең тамағын ялғай һәм эт менән уйнай.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  ватцаптағы беҙҙең телефон һандары: 8 937 300 20 23.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку