Уңыш үҙ ҡулыңда 26.05.2015

Әбйәлил районында  Урал аръяғының ҡала-райондарынан физик мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр йыйылды.  Семинарҙың  маҡсаты - яҙмыштары оҡшаш  егет һәм ҡыҙҙарҙы осраштырып таныштырыу, дуҫлыҡ күперенә нигеҙ һалыу.  

«Ирәндек» лагерында ойошторолған сара юҡҡа ғына «Уңыш үҙеңдең ҡулыңда» тип аталманы.  Инвалидтарҙың ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу һәләте,  әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм тормоштоң уртаһында ҡайнарға ынтылыуы һәр ваҡыт оло ихтирам тойғолары уята.
Осрашыуҙа инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Физик мөмкинлеге сикләнгән граждандарҙы эш урыны менән тәьмин итеү өсөн шәхси реабилитация программаһы талап ителә, сөнки вакансия эҙләү өсөн табип яҙған рекомендация нигеҙ булып тора. Үҙ сиратында, эш биреүсе инвалидҡа хеҙмәт урынында тейешел  уңайлыҡтар тыуҙырырға бурыслы.
Физик мөмкинлеге сикләнгән кешеләр шулай уҡ мәшғүллек үҙәктәре аша һөнәри белем үҙләштерә, квалификацияларын  күтәрә ала. Ике аҙнанан алты айға тиклем дауам иткән курстар бушлай. Уҡыу мәлендә стипендия түләнә, күп урында ятаҡханалар ҡаралған. Атап үткәндә,  БДУ-ла инвалидтар өсөн йылына алты бюджет урыны ҡаралған. Семинарҙа ҡатнашыусы Сибай ҡыҙы Анна Самохина мөмкинлеге, сикләнеүгә ҡарамаҫтан,  бөгөн дистанцион уҡытыу менән шөғөлләнә. Әле ул 12 баланы уҡытырға алған.  
Сәләмәт тормош яҡлы егеттәр республикала физик мөмкинлеге сикләнгән спортсыларҙы туплаған хоккей командаһын  ойоштороу мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды.  
Семинарҙың икенсе өлөшөн оҫталыҡ дәрестәре дауам итте. Көслө зат вәкилдәренә тал сыбығынан төрлө көнкүреш әйберҙәре үреп күрһәтелһә, ҡыҙҙар кейеҙ сәнғәтенә өйрәнде.  һылыуҙар шулай уҡ мәрйендән биҙәүестәр эшләп ҡараны.
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика