Һуғыш михнәттәре аша хыял артынан 06.01.2017

Дүртөйлө районынан Кәшфелғилем Ғәҙелшин үҫмер саҡтан юғары белемле режиссер булырға теләй. Моратына ирешер өсөн егет Мәскәүҙәге театр сәнғәте институтына уҡырға инә. Әммә оҙаҡ лекцияларҙа ултырырға тура килмәй, бер нисә айҙан һуң фашистик көстәр илгә ҡаршы аяуһыҙ операция башлай.

Кәшфелғилем Ғәҙелшин миҙалдар сыңы аҫтында ҡәһәрле һуғыш йылдарын, яуҙаштарын хәтеренә ала. Бөйөк Ватан һуғышында уҙаман авиация полкында хеҙмәт итә, ул осорҙағы хәрби самолеттарҙың деталдәрен әле лә онотмаған. Бала саҡтан аслыҡ михнәттәре аша үткәнгәлер, фронттағы ауырлыҡтарҙы, яраларҙы ла ғорур күтәрә һалдат. Ни тиһәң дә, әҙерлеге көслө була. Дүртөйлө егете алдан уҡ ҡулына ҡорал аласағын белә.
Был теләк, ысынлап та, бойомға аша. Мәскәүҙәге театр сәнғәте институтына режиссерлыҡ йүнәлеше буйынса  яңы ғына уҡырға ингән егетте  хәрби-техник училищеға ебәрәләр. Авиация механигы һөнәрен үҙләштергәндән һуң, фронт һыҙығына баҫа. Кәшфелғилем Ғәҙелшин хәрби самолеттарҙы ремонтлау менән шөғөлләнә. Ҡайһы бер техникаға Өфө моторҙар предприятиеһының двигателдәрен ҡуйҙыртыуға ла ирешә ул. Сталинград, Курск дуғаһындағы алыштарҙа ҡатнашып, Берлинға тиклем барып еткән уҙаман Еңеү көнөн дә яҡшы хәтерләй.
Тыуған яғына ҡайтҡас, ул яратҡан эше - режиссура менән шөғөлләнә башлай, республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә театр сәнғәтен, телевидениены үҫтереүгә тос өлөш индерә. БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Хаҡлы ялға сыҡҡас та эшһеҙ ултырмай, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.
Кәшфилғилем Ғәҙелшин  тормоштоң һәр минутын ҡәҙерләй. Йөҙ йәшкәсә йәшнәп йәшәргә хыяллана ул. Оҙон ғүмерле булыу сере лә ябай - яратҡан кешеләренең һәр ваҡыт янында булыуы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика