Һуғыш эҙҙәре буйлап 06.05.2016

71 йылдан һуң Баймаҡта йәшәүсе  Илнур Байегетов  ҡартатаһы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Хәлис Байегетовтың ҡәберлеген таба. Яу яланында ятып ҡалған һалдатты балалары оҙаҡ ҡына эҙләй һәм ниһайәт, ейәндәре интернет селтәре һәм архивтар аша  һалдаттың  Белоруссияла   Витебск  өлкәһе  Крюк ауылында ерләнеүе хаҡында  белә. Һәм  Бөйөк Еңеү  көнө алдынан  Байегетовтар  унда  барып  ҡартаталарының  рухына  аят уҡытып, ҡәберенә тыуған тупрағын  һалып ҡайта.  

Һуғыш башланғас та  Таулыҡай ауылынан  фронтҡа   150‐нән ашыу ир‐егет  алына. Улар араһында Хәлис Байегетов та  була.  Еңеү яҙында шуларҙың 70‐е генә кире тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.  Әммә   4 балаһын  ҡалдырып фронтҡа киткән   Хәлис Байегетов ҡына улар араһында булмай. 71 йылдан һуң  ата һөйөүенән иртә  мәхрүм ҡалған  Байегетовтар    ғәзиз кешеһенең ҡәберен  таба. Бында иһә бала саҡтан ҡартатаһының  ҡайҙа ерләнгәнен  белергә теләгән Илнур Байегетовтың  өлөшө ҙур.
Байегетовтар тәүҙә  аталарын Сталинградта һәләк  булған тип  фаразлай. Әммә белгән мәғлүмәт  буйынса эҙләү   һөҙөмтәһеҙ була.  Интернет селтәре аша эҙәрмәндәр менән аралашып, төрлө форум, архив документтар аша  яугирҙың үлгән  ваҡыты билдәле булғас,  Крюк  ауылы эргәһендәге һалдаттар ҡәберлегендә ятыуы  асыҡлана  һәм улар  тарих эҙҙәре һаҡлаған Белоруссияға  барып   ҡартаталарының  ҡәберенә ағас ултыртып,  ясин  уҡытып ҡайталар.  
Өс  бер туғандың да Белоруссияға    аталары ҡәберенә барып ҡайтыу теләге көслө була, әммә  өлкәндәр   алыҫ юлға сығырға баҙнат итмәй.
Яу ҡырында ятып ҡалған  Хәлис Байегетовтың  бөгөнгө көндә 100‐ҙән  ашыу ейән‐ейәнсәре, бүлә‐бүләсәре  бар. Быйыл  улар бергә   ауылда  аталарының  исемен мәңгеләштереү йәһәтенән  таҡтаташ асырға ниәтләй.  Ә  иң мөһиме  Бөйөк еңеү көнө алдынан  яугир  Хәлис Байегетовтың  ҡаны тамған урын  табылып, унда Башҡортостан тупрағы һалынды,  яҡты рухына аят бағышланды.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика