Һуғыш ғазаптары аша тынғыһыҙ эшмәкәрлеккә 07.05.2016

Мәләүездә йәшәүсе 90 йәшлек ветеран Әкрәм Ғәлимов дәһшәтле йылдарҙан һуң бар булмышын халыҡҡа хеҙмәт итеүгә арнай. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас сирек быуат урындағы инвалидтар йәмғиәтен етәкләй.

Әкрәм Ғәлимовтың йәшлек йылдары һуғыш осорона тура килә. Саҡмағош районынан ун һигеҙ йәшлек егет Тоцк хәрби лагерында махсус әҙерлек үткәндән һуң, 2-се Украина фронтына эләгә. Кировоград, Александрия һәм башҡа ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Артабан ул 2-се Белоруссия фронтында дошманға ҡаршы көрәшен дауам итә. Яугир танк ғәскәрҙәрендә элемтәсе була, «елкәлә һәр ваҡыт 20 килограмлыҡ йөк ташырға тура килде»,-ти ул. Аяуһыҙ йылдар сыҙамлыҡҡа, түҙемлеккә өйрәтә.
Әкрәм Ғөбәй улы 1946 йылда демобилизациялана һәм тыуған яғына ҡайтҡас хоҡуҡ һаҡлау органдарына эшкә урынлаша. Ябай хеҙмәткәрҙән милиция бүлеге етәксеһенә тиклем күтәрелә. Хаҡлы ялға майор дәрәжәһендә китә. Әммә ял итергә генә бер минут ваҡыты ла булмай. Оҙаҡ йылдар Мәләүездәге инвалидтар йәмғиәтен етәкләй. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе әүҙем йәмәғәт тормошона ылыҡтыра.
Әкрәм Ғәлимов үҙен бәхетлемен тип иҫәпләй. Хәҙер балалары ла олатай-өләсәй булып бөткән. 9 майҙа ғәҙәттәгесә, улар ветеран йортонда йыйылып, яҡын кешеһенә ҡотлау һүҙҙәрен еткерәсәк. Уҙаман бигерәк тә ейән-ейәнсәрҙәрен һағынып көтөп ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика