Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел

Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел 30.07.2014

Мәләүез районында йәшәүсе Гөлсинә Ҡаразбаева 50 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, студент һурпаһын татып ҡарарға булған. 15 бала тәрбиәләп оло юлға аяҡ баҫтырғандан һуң,ул музыка колледжына инеп белем алырға ҡарар иткән. Әле ул уҡыу йортоноң беренсе курс студенты.

Алтынсы тиҫтәне ваҡлауға ҡарамаҫтан, Гөлсинә ханым бер уҡыу йортон да тамамламаған, әммә белмәгән һөнәре юҡ. Тәрбиә эштәрендә мин хәҙер үҙем күптән профессор инде, ти ул. Ғаиләлә алты бала тәрбиәләгән. Уларҙың өсөһө уллыҡҡа алынған. Балаларын аяҡҡа баҫтырғас, Гөлсинә Тимерғәлиевна ейән-ейәнсәрҙәренә тотонған. Улар инде туғыҙ. Тәрбиә эштәре менән мәшғүл булып ханымдың баласаҡ хыялын тормошҡа ашырыуға ваҡыт та ҡалмаған. Шулай ҙа һәүәҫкәрлек менән шөғөлләнергә форсат тапҡан. Гөлсинә Тимерғәлиевна «Аманат» исемле үҙ ансамблен туплаған. Ләкин һөнәри белемһеҙ үҫеш тотҡарлана, ти ул. Гөлсинә Ҡаразбаева, Салауат музыка колледжы студенты: «Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел. Шулай ҙа ошо йәшемдә студент булып йөрөү оялдыра ине. Салауат ҡалаһында үтеп барышлай ғына музыка колледжына инеп сығырға булдым. Ауыҙға һуҡмайҙар бит инде. Директор ҡуш ҡуллап риза булды». Гөлсинә ханым беренсе курсты ваҡытынан алда тамамлаған. Йәштәрҙән айырмалы ул һөнәрле булыуҙың ни тиклем мөһимлеген яҡшы аңлай. Уҡыу энә менән ер ҡаҙыу булһа ла, миңә йәштәргә үрнәк булырға кәрәк, тигән фекерҙә студент. Гөлсинә Ҡаразбаева, Салауат музыка колледжы студенты : «Ғәмәлдә мин барыһын да аңлайым, беләм, әммә теорияны үҙләштереү кәрәк. Шуға ла иң ауыр предметтарҙың береһе-сольфеджио. Йәшерәк булһам көндәр буйы уҡып ҡына ятыр инем дә ул, миңә бит тормошто ла алып барырға кәрәк». Гөлсинә Тимерғәли ҡыҙы менән бергә уның ансамбле лә үҫешә. Хәҙер һәүәҫкәр сығыштар профессиональ ноталар менән байытыла башлаған. Тәбиғәттән бирелгән һәләтте профессиональ белем менән нығытыу кәрәклегенә Белорет районы Сермән ауылында йәшәүсе 64 йәшлек студент Әсҡәт Хәйернуров та яҡшы аңлай. Һәүәҫкәр ҡурайсы бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта, тип Учалы музыка колледжына уҡырға ингән. Хаҡлы ялға сыҡҡан уҙаман быйыл икенсе курсты тамамлаған. Студент сессияһын япҡас та ял итеү хаҡында уйламай. Оло йәштә әҫәрҙәрҙе үҙләштереүгә күберәк ваҡыт талап ителә, өҫтәлмә дәрестәр ҙә алырға тура килә, ти ул. Һигеҙ балалы ишле ғаиләлә үҫкән егеткә йәш сағында уҡыу тәтемәгән. Белем алыу ғүмерлек хыялы була. Студент танытмаһы - Әсҡәт Ваһап улы өсөн оло ғорурлыҡ. Әсҡәт Ваһап улы байтаҡ йылдар Сермән мәҙәниәт йортон етәкләй. Төрлө түңәрәктәр алып барған. Ошо рәүешле ул күптәрҙә сәнғәткә һөйөү уятҡан. Әсҡәт Хәйернуров башҡорт халыҡ көйҙәрен ҡурайҙа оҫта уйнай. Йомабай Иҫәнбаев, Әҙеһәм Исҡужин, Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге республика конкурстары лауреаты. Улы ла ҡурайсы, бер ҡыҙы бейеүсе, икенсеһе йыраусы, тормош иптәшенең дә тауышы матур. Диплом алғас, ғаилә ансамбле төҙөү хыялы бар студенттың.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика