Һуңғы ваҡытта республиканың күп кенә юлдарында соҡорҙар барлыҡҡа килде 09.02.2016

Әлбиттә, февраль өсөн был ят күренеш. Сөнки беҙҙең тәбиғәт шарттарында бындай етешһеҙлектәр ғәҙәттә, ҡар ирегәс беленә башлай. Әммә быйылғы ҡыш үҙенсәлекле килеүе менән айырыла. Шуға ла йылы көндәр менән һалҡын төндәр   асфальт ҡатламының сатнауына килтерә.

Февраль башында көндәрҙең йылы тороуы асфальт ҡатламының сафтан сығыуына килтерҙе. Беҙҙең ватцапҡа килгән видеояҙманан күренеүенсә, был кадрҙар Өфө районында төшөрөлгән. Кириллов һәм Князев ауылдары араһындағы соҡорҙар водителдәргә оло мәшәҡәттәр тыуҙыра. Ә бына баш ҡала урамдарындағы етешһеҙлектәр менән «һыуыҡ асфальт» ярҙамында көрәшәләр. Исеменән үк күренеүенсә, ул киң температур диапазонда эш алып барыу мөмкинлеген бирә.  
Әле эштәр Пугачев урамында алып барыла. Башта хеҙмәткәрҙәр соҡорҙарҙы тигеҙләй, уны сүптән таҙарта, артабан газ менән йылытып "һыуыҡ асфальт" һала. Әлбиттә, бындай технология насар юлдар проблемаһын тулыһынса хәл итмәһә лә, водителдәргә иркенәрәк тын алырға мөмкинлек тыуа.  
Белгестәр әйтеүенсә, оҙолоғо 60, киңлеге 15 һәм тәрәнлеге 5 сантиметрҙан тәрәнерәк булған соҡорҙар мотлаҡ ямалырға тейеш. Был дәүләт стандарты талабы. Тап ошондай соҡорға эләккән автомобиль тәгәрмәсе ғәҙәттә зыян күрә.  
Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә ауыр йөк автомобилдәре бермә-бер артты. Ҡабул ителгән нормаларға ярашлы, улар артыҡ йөк тейәргә тейеш түгел. Әммә ҡайһы бер водителдәр йыш ҡына дөйөм ҡағиҙәләрҙе инҡар итә. Һөҙөмтәлә  асфальт юлдар онтала йәки тип-тигеҙ ерҙә соҡор-саҡырҙар барлыҡҡа килә. Был үҙ сиратында аварияларҙың артыуына килтерә.
Йәмил Әхмәтғәлиев, ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәре: «Йыл башынан республикала 252 юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Уларҙың яртыһына тиерлек насар юлдар  сәбәпсе булған. Әйтергә кәрәк, был аварияларҙа 13 кешенең ғүмере өҙөлгән, 157 кеше төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған».  
Өфөлә соҡорҙарҙы ямау кәрәк булған осраҡта артабан да дауам итәсәк. Был ваҡытҡа урамдарҙа өлөшләтә транспорт хәрәкәте сикләнеүе ихтимал. Шуға ла водителдәрҙән иғтибарлы булырға, мәжбүри сараны аңлап ҡабул итеү талап ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика