Һуңғы ваҡытта хәрби хеҙмәттә Башҡортостан егеттәренең һәләк булыу осраҡтары йышайҙы

Һуңғы ваҡытта хәрби хеҙмәттә Башҡортостан егеттәренең һәләк булыу осраҡтары йышайҙы 17.02.2015

Салауат районынан Илья Кудрявцев, Ейәнсуранан  Айҙар Дәүләтбәков һәм Баймаҡтан Азамат Йылҡыбаев.  

Хәрби  хеҙмәт урынынан уларҙың өсөһөн дә аҫылынған килеш табылыуы хаҡында хәбәр итәләр. Һөлөк кеүек егеттәрҙең  үҙ-үҙенә ҡул һалыуына туғандары ышанмай. Алыҫтағы хәрби часть менән   бәйләнешкә сығыу еңелдән түгел. Тимәк,  ғәзиз кешеләренең нисек  донъянан  китеүе ҡараңғы пәрҙә артында ҡала. Республикала ошондай хәлдә ҡалыусыларға   ярҙам итеүсе ойошма бар. Ул Башҡортостан хәрбиҙәренә социаль ярҙам комитеты.
Владимир Симарчук, Башҡортостан хәрбиҙәрен социаль яҡлау комитеты рәйесе: «Кудрявцев буйынса беҙ әле суд-мед экспертиза һөҙөмтәләрен көтәбеҙ. Айҙар Дәүләтбәковтың үлеме хаҡында ҡағыҙ килтерҙеләр. Тәфтиш комитетына хат яҙабыҙ. Ә Баймаҡ егете хаҡында беҙгә мөрәжәғәт итеүсе булманы. Шылтыртаһындар, килһендәр, ярҙам итербеҙ. Хәрби көстәр министрлығымы, башҡаһымы, беҙҙең алда кәртә юҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика