Һуңғы өс көндә коммуналь хеҙмәттәргә лә, руль артындағыларға ла, халыҡҡа ла тәбиғәт һынауҙары аша үтергә тура килде

Һуңғы өс көндә коммуналь хеҙмәттәргә лә, руль артындағыларға ла, халыҡҡа ла тәбиғәт һынауҙары аша үтергә тура килде 21.01.2016

Белорет районында көслө дауыл ҡыйыҡтарҙы осорһа, юлдарҙа йөҙҙән ашыу юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Ҡала урамдарын, трассаларҙы көрт баҫты. Республикала коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле режимда эшләне. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ла юлдарҙа махсус пункттар булдырҙы.

Йорт хужалары иғландарға иғтибар итеп бармай. Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ихаталарҙы ҡарҙан таҙартҡанда был иң ҙур проблемаларҙың береһе тип билдәләй. Һуңғы көндәрҙәге яуым- төшөм юлдарҙы ҡаплағанлыҡтан бында эш ҡыҙыу бара. Тракторҙар юл ситенә ҡар өйһә, урам һепереүселәр бордюрҙарҙы таҙарта. Өфөнөң Киров районынан ғына 2100 кубометр ҡар иретеү пунктына ебәрелгән
Әле ҡала урамдары ҡарҙан таҙартылып бөтөп бара. Ләкин һуңғы көндәрҙәге яуым-төшөм, буран коммуналь хеҙмәткәрҙәргә генә түгел, руль артындағыларға ла, халыҡҡа ла ауырлыҡтар тыуҙырҙы. Мәҫәлән, Белорет районының Зөйәк ауылында йорттарҙың ҡыйыҡтарын осорған. Ауыл халҡы иртә менән урамға сыҡҡас ҡото оса - профнастил, черепица киҫәктәре тирә-яҡҡа таралған була.
Көслө буран ваҡытында юлдағыларға ла ауырлыҡтар аша үтергә тура килә. Водителдәр трассаларҙы көрт ҡаплағанлыҡтан транспорт менән идара итеү һәләтен юғалтып ҡаршы һыҙатҡа оса. Ошондай юл фажиғәләренең береһе Көйөргәҙе районында теркәлә. Унда 14 пассажир менән Ырымбурҙан Стәрлетамаҡҡа юлланған автобус юл ситенә оса. Ҡыуанысҡа, йәрәхәтләнеүселәр юҡ.  Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарын Соль Илецк ҡалаһына практикаға алып китеп барыусы автобус та, насар һауа шарттары булғанлыҡтан юлдан ситкә тайпыла.  
Аҙна башында республикала һауа торошо насар булһа ла, киләһе өс көн көн аяҙ торасаҡ. Яуым-төшөм көтөлмәй, тип хәбәр итә синоптиктар. Тимәк, ҡыштың сираттағы һынауы артта ҡалды тиергә лә мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку