Һуңғы көндәрҙә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо өҫтөнлөк итте

Һуңғы көндәрҙә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо өҫтөнлөк итте 23.11.2015

Медицина учреждениеларына әлегәсә аяҡ-ҡулдарын имгәтеп мөрәжәғәт итеүселәр кәмемәй. Көндәрҙең кинәт һыуытып, йә йылытып ебәреүен бигерәк тә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланыусылар ауыр кисергән. Ҡыҙғанысҡа, юл-транспорт фажиғәләренә бәйле күңелһеҙ осраҡтар ҙа урап үтмәне.

Был кабинет ишеге бер минутҡа ла ябылмай тиерлек. Аяҡ-ҡулдарын имгәтеп килеүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Башлыса оло быуын вәкилдәре. Кемдер эшкә, икенселәре кибеткә, берәүҙәр дауаханаға сыҡҡанда йығылған. Мейеһе һелкенеп мөрәжәт итеүселәр ҙә байтаҡ.
Тиҫтәләп кеше имгәнеү осрағы ҡатмарлы булыу сәбәпле, операция бүлмәһенә оҙатылған. Был көндәр табиптарға ла еңелдән бирелмәгән.
Әйткәндәй, һауа торошоноң үҙгәреүе республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә тиерлек күҙәтелгән. Әбйәлил районында... Ике көн дауамында һауа температураһы бер түбәнәйеп, бер күтәрелә. Йәкшәмбе 17 градуҡас тиклем һыуытһа, бөгөн  ике градус йылы. Күгәрсен районы. Республиканың көньяҡ-көнбайыш төбәктәрендә лә шулай уҡ ҡар ҡатыш ямғыр яуып уҙған. Яуым-төшөм әле лә тынмаған.
Шулай уҡ, ҡарҙың иреүе сәбәпле, Иглин һәм Учалы райондарының медицина учреждениеларын һыу баҫты. Ул Өфөнөң 6-сы лицейы урамын да урап үтмәне.
Быға бәйле, коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле режимда эшләй, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенән. Тик нишләптер беҙҙең ижади төркөм бер генә техниканы ла осратманы.
Әлбиттә, ғәйепте кемдәрҙәндер эҙләргә кәрәкмәй. Сөнки боҙлауыҡ булған урындарға ҡом һибеү аяҡ аҫтында ятҡан бәләнән генә аралап ҡалмай. Ул ҡар һыуы менән бергә ағып китә.
Һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе  юл хәрәкәтенә лә йоғонто яһамай ҡалманы. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, уҙған ял көндәрендә республика буйынса өс тиҫтәнән ашыу авария теркәлгән. 40 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған, ете кешенең ғүмере өҙөлгән.
Был аҙнала ла тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ һәм төндә 0 градус тирәһе буласаҡ. Епшек ҡар яуыуы, юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплауы көтөлә. Аҙна аҙағына һыуыта. Синоптиктар фаразлауынса, төндә 12, көндөҙ 7 градус һалҡын буласаҡ. Белгестәр халыҡты юлдарҙа һаҡ булырға саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика