Һуңғы ике тәүлектә республика йылғаларында һыу кимәле түбәнәйеүе күҙәтелә 28.04.2016

Быйыл Ағиҙел баш ҡала янында 758, Өфө - 770, ә Дим йылғаһы 728 сантиметрға тиклем күтәрелде. Бер үк ваҡытта ташҡын менән бергә һыу ятҡылыҡтары буйҙарында сүп-сар өйөмдәре хасил булды. Тирә-йүнде таҙартыу маҡсатында бөгөн Өфөлә экологик өмәләр башланды.

«Дуҫлыҡ» монументы тәңгәлендә Ағиҙел йылғаһы һуңғы тәүлектә ике сантиметрға түбәнәйгән. Тәү ҡарашҡа ул күҙгә салынып бармаһа ла,  яр буйындағы сүп-сар өйөмдәре шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Айырыуса, ҡороған ағастарҙың күплеге күҙгә ташлана. Ваҡытында уларҙы эргә-тирәлә йәшәүселәр  утын өсөн өйҙәренә ташыр булған. Әммә хәҙер бындай бүрәнәләрҙең файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк.  
Йылғаларҙы таҙартыуға бәләкәй суднолар ҙа йәлеп ителә. Улар ярҙамында һыуҙа ятҡан ағастарҙы сығарырға, тығылып ятҡан сүп-сарҙы таҙаларға мөмкин. Экологик өмәлә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, бындай күләмле эштәр ике-өс аҙнаға һуҙылыуы ихтимал. Сөнки һыу кимәле кәмегән һайын бысранып ятҡан яңы урындар барлыҡҡа килә.  
Республикала йәшәүселәрҙе яҡын көндәрҙә оҙайлы май байрамдары көтә. Ғәҙәттә, күптәр был ваҡытта тәбиғәт ҡосағында, йылға-күл буйҙарында ял итеүгә өҫтөнлөк бирә. Әммә уларҙан һуң йыш ҡына тау-тау булып сүп-сар өйөмдәре ҡала. Һуңынан был ҡалдыҡтар һыу ятҡылыҡтарына эләгә. Шуға ла белгестәр кешеләрҙе тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға,  ял иткән урынды йыйыштырырға онотмаҫҡа саҡыра.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика