Һуңғы ете йылда яңы рекорд

Һуңғы ете йылда яңы рекорд 15.12.2016

Был аҙналағы һыуыҡтар үҙенең тарихи минимумын яңыртты. Термометр бағанаһы үткән рекордтан бер градусҡа ғына түбән күрһәтһә лә, республика халҡы был күренеште яҡшы һиҙҙе. Күптәр иртән автомобиль тоҡандыра алмай аҙапланһа, балалар өсөн ҡыуаныс. Мәктәпкә бармаҫ өсөн бер һылтау. Ә бына  коммуналь хеҙмәттәргә  бындай һауа торошо ҙур проблемалар килтерҙе.  Сатлама һыуыҡтар  һыуүткәргестәрҙә аварияларға сәбәпсе булды. Иң ҡыйыны йортһоҙҙарға. Асарбаҡтар өсөн ҡышҡы селлә үлем менән көрәшеүгә тиң. Ҡыш бабай халыҡҡа ниндәй көтөлмәгән «бүләк» әҙерләгән.

Һуңғы арала иртәләр сәләмләүҙән түгел, ә ҡабындымы тигән һорауҙан башлана. Автомобилен тоҡандыра алғандар үҙен герой итеп тойһа, Ҡыш бабай тотҡононан ысҡына алмағандарға көндәр йылытҡанын көтөргә йәки таныш-белештәр ярҙамына  өмөт итергә ҡала. Һәр хәлдә, был көндәрҙә ҡала урамдарында транспорт хәрәкәте күпкә кәмене.
Ҡайһы бер водителдәр йәмәғәт транспортына күсеп ултырырға мәжбүр булһа, уҡыусылар Ҡыш бабай шуҡлыҡтарын оло мөғжизәләй көтөп алды. Термометр бағанаһының егерме градустан түбәнәйеүен күҙ ҙә алмай көткән балаларҙың шатлығының сиге булманы.
Ә бына коммуналь хеҙмәттәргә был көндәрҙә шатланаһы түгел. Ҡайһы бер ерҙә торбалар һыуыҡтар һынауын үтә алманы.  Халыҡҡа ла ҡышҡы селлә етди һынау. Аяҡ-ҡулдарын өшөтөүселәр был көндәрҙә йышая. Сатлама һыуыҡтарҙа бер тапҡыр күңел асам тип ғүмерлеккә зәғиф ҡалырға мөмкин, ти табиптар. Тап эсергә яратыусылар Ҡыш бабай шуҡлыҡтарына йыш эләгә.
Асарбаҡтар араһында тән өлөшөн туңдырып дауаханаға эләгеүселәр бар ҙа инде. Яңауылда бер ир үҙе лә һиҙмәйенсә аяҡтарын өшөткән.
Был көндәрҙә асарбаҡтарҙы ҡабул итеү үҙәктәре көсөргәнешле режимда эшләй. Уларҙы  йылы аш, кейем -һалым менән тәьмин иитәләр. Баш ҡалала дөйөм алғанда 170 самаһы йортһоҙҙарҙы йоҡлатып сығарыу урыны бар.
Ул арала синоптиктар һауа торошо тотороҡло ҡалыуын билдәләй. Тимәк, һыуыҡ көндәр әле дауам итәсәк. Фараздар буйынса ҡышҡы селлә киләһе аҙна уртаһына тиклем һаҡланасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика