Һуңғы арала ҡыҙыу бәхәс тыуҙырған яңылыҡ - 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә социаль селтәрҙәргә инеүҙе тыйыу  16.04.2017

Был закон проектын Дәүләт Думаһына Ленинград өлкәһе депутаттары тәҡдим итте. Халыҡ һайланыусылары фекеренсә, социаль селтәрҙәргә инеү өсөн ҡулланыусы үҙен документтар менән раҫларға бурыслы. Ә паспорт ун дүрт йәштән генә бирелә. Тимәк, бәлиғ булғансыға тиклем  береһе лә интернет мөмкинлектәре менән тулыһынса ҡуллана алмаясаҡ. Социаль селтәрҙәр, уның менән әүҙем ҡулланыусылар, әлбиттә, был яңылыҡты дәғүә менән ҡабул ите.

Мәҫәлән, «В контакте» селтәре вәкилдәре, әйҙәгеҙ, был закон проектына туңдырманы ҙур итеп тешләп ашау тыйыла, киске туғыҙҙан һуң телевизор ҡарарға ярамай, өйҙән башыңа кеймәйенсә сығыу рөхсәт ителмәй, тигән пункттар менән тулыландырайыҡ, тип мыҫҡылланы. Әлбиттә, ике яҡты ла аңларға мөмкин. Башланғысты тәҡдим итеүселәр үҫмерҙәрҙе кире мәғлүмәттән аралау, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм фейк, йәғни билдәһеҙ исемдәр аҫтында инеүселәрҙән арыныу маҡсатында эшләһә. Икенсе яҡтан бит хәҙерге тормош тотошлайы менән шул социаль селтәрҙәргә ҡоролған. Шул уҡ мәктәп программалары ла, электрон көндәлекте лә хатта, социаль селтәргә индереү мөмкин. Хәҙер ул интернет уңайлыҡтарынан да баш тартырғамы ни? Һәр хәлдә ниндәйҙер алтын урталыҡты табыу талап ителә.
9 йәшлек Айтуған Әйүповтың «Бәйләнештә» социаль селтәрендә теркәлгәненә икенсе йыл. Ошо ваҡыт эсендә виртуаль киңлектә йөҙ кеше менән дуҫлашҡан. «Сайт аша синыфташтар менән өйгә эш, дәрестәр хаҡында хәбәрләшеү уңайлы»,-ти ул. Тхэквондоны үҙ иткән малай сәғәттәр буйы сәләмәт тормош алып барыуға ҡағылышлы төркөмдәрҙә ултырырға ла риза.
Айтуғанға ата-әсәһе интернет киңлектәрендә көнөнә егерме-утыҙ минут ҡына ултырырға рөхсәт итә. Өлкәндәргә балалары өсөн борсолорға, ысынлап та, урын бар - интернетта барлыҡ мәғлүмәт тә асыҡ, тыйылған темаларға әңгәмәләр ҡорола, видео, фотоматериалдар ҡуйыла. Шуға Әйүповтар ғаиләһе Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгән яңы закон проектты ла хуплап ҡабул итә.
Закон проектына ярашлы, 14 йәшкә тиклемге балаларҙы социаль селтәрҙәрҙән сикләү ҡаралған. Күп кенә интернет сервистарында теркәлеү өсөн йәш сикләүе ҡуйылһа ла, бер кемгә лә сер түгел, кескәйҙәр үҙенең йәшен алдап яҙып портал менән даими ҡуллана. Был талапты үтәмәүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыусыһы ғына юҡ. Закон ҡабул ителгән осраҡта аралашыу сервистарына паспорт ярҙамында ғына теркәлеп буласаҡ. Был йүнәлештә контролде Рәсәйҙә тиҙҙән булдырыласаҡ кибер полиция хеҙмәткәрҙәре алып барыуы ихтимал, улар социаль селтәрҙәр өсөн яуаплы буласаҡ. Шулай ҙа психологтар әйтеүенсә, үҫмерҙәрҙең виртуаль иреген сикләү киреһенсә, уларҙа рөхсәт ителмәгән сайттарға ҡарата ҡыҙыҡһыуын арттырасаҡ.
Виртуаль тормош алып барыу наркотик кеүек, уны ҡырҡа тыйыу кире күренештәргә килтереүе мөмкин. Ни тиһәң дә, хәҙерге мәктәп уҡыусыһы мобиллек һәм оператив мәғлүмәт тигән төшөнсәләрҙе яҡшы аңлай.
Миллионлаған аудиториянан торған виртуаль йәмғиәт бөгөн илдең реаль тормошона ла тәьҫир итә. Террор, сәйәси бәрелештәргә илтеүсе идара итеү механизмдарҙың береһе ул - социаль селтәрҙәр. Енәйәтселәр интернетты үҙ файҙаһына ҡуллана, анонимлыҡ өсөн яуаплылыҡ юҡ кимәлендә. Интернеттағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында бигерәк тә балалар белергә тейеш тигән ҡарашта депутаттар. Ни тиһәң дә, бәлиғ булмағандарҙы депрессия хәленә еткереү, уларҙың аңында яман уйҙар тыуҙырыу менән шөғөлләнеүселәр интернет тулы.
Балаларҙы социаль селтәрҙәрҙән сикләү генә ошо проблеманы тулыһынса хәл итерме?! Закон бит интернетҡа түгел, ә социаль селтәрҙәргә генә инеүҙе тыйыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя.
Бер туп хаҡы спиртлы эсемлектәргә ҡарағанда ике-өс тапҡырға ҡиммәтерәк торғанда, бөгөн балаларҙы ҡырҡа рәүештә виртуаль тормоштан йолоп алып спортҡа ылыҡтырыу мөмкин түгел, әлбиттә. Яңы закон проекты власть органдарында, йәмәғәтселектә әленән үк кире фекер уятты. Документта етешһеҙлектәр күп тиеүселәр бар, кескәйҙәрҙең теге йәки был социаль селтәрҙә ултырғаны өсөн ата-әсәләргә штраф һалынырға тейеш тигән ҡарарҙар ғына ла бит күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырыуы ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика