Һуңғы арала иртәләр сәләмләүҙән түгел, ә ҡабындымы тигән һорауҙан башлана 18.12.2016

Был аҙналағы һыуыҡтар үҙенең тарихи минимумын яңыртты. Һуңғы ете йылда яңы рекорд. Термометр бағанаһы үткән рекордтан бер градусҡа ғына түбән күрһәтһә лә, республика халҡы был үҙгәреште  яҡшы һиҙҙе. Күптәр иртән автомобиль тоҡандыра алмай аҙапланһа, балалар өсөн ҡыуаныс. Мәктәпкә бармаҫ өсөн бер һылтау.

Ә бына  коммуналь хеҙмәттәргә  бындай һауа торошо ҙур проблемалар килтерҙе. Сатлама һыуыҡтар  һыуүткәргестәрҙә аварияларға сәбәпсе булды. Иң ҡыйыны йортһоҙҙарға. Асарбаҡтар өсөн ҡышҡы селлә үлем менән көрәшкә тиң. Республикала  тән өлөшөн туңдырып дауаханаға эләгеүселәр бар ҙа инде. Яңауылда бер ир үҙе лә һиҙмәйенсә аяҡтарын өшөткән. Хәҙер күгәреп серей башлаған аяҡты ҡырҡмайынса мөмкин түгел, ти табиптар.  Был көндәрҙә асарбаҡтарҙы ҡабул итеү үҙәктәре көсөргәнешле режимда эшләй. Уларҙы  йылы аш, кейем -һалым менән тәьмин итәләр. Баш ҡалала дөйөм алғанда 170 самаһы йортһоҙҙарҙы йоҡлатып сығарыу урыны бар.
Баҡтиһәң, асарбаҡтарҙың да төрлөһө бар. Йышыраҡ, эскелеккә һабышып донъяһын һатып эсеүселәр генә урамда ҡала тип белһәк, үҙ ирке менән, йорто булып та урамда көн итеүҙе йәшәү рәүеше итеп алған кешеләр ҙә бар икән. Өсөнсөһө иһә, кемдеңдер мутлығы, йәберләүе арҡаһында урамда ҡалырға мәжбүр булыусылар. Ҡалаларҙа ундайҙар күп. Рәзинә Сөндөкова аферистар ҡапҡанына эләгеп урамда ҡалыусыларҙың береһе. Хәйер, исеме лә уның башҡаса булған. Сетерекле яҙмыш тураһында Илдар Байбулатов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика