Уҙған йәкшәмбелә Рәсәйҙә һауа-десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнде

Уҙған йәкшәмбелә Рәсәйҙә һауа-десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнде 03.08.2015

Зәңгәр береттар өсөн быйылғы  байрам юбилей датаһы менән әһәмәтле - һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуға 85 йыл тулды. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, 1930 йылдың 2 авгусында Воронеж янында 12 кешенән торған ҡанатлы гвардияның тәүге күнекмәләре үтә. Ошо ваҡыттан алып  2 август һауа-десант ғәскәрҙәренең тыуған көнө тип иҫәпләнә.

Өфөлә һауа десантсылары байрамының төп өлөшө ғәҙәттәгесә, Забельский аэродромында үтте. Майҙанда  ҡул һуғышы һәм парашют спорты буйынса күрһәтмә сығыштар, төрлө ярыштар һәм конкурстар, патриотик йөкмәткеле концерт программаһы ойошторолдо. Һауала самолеттар алышын ойошторорға десантсыларға Башҡортостан авиаторҙары ярҙам итһә, афған яуы күренеше «Любизар» хәрби-патриотик клубы көсө менән тергеҙелде.
Ҡыҙғанысҡа, быйыл һауа-десантсылары байрамы ҡайғы төҫтәренә лә мансылды. «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалғанда, десантсылар 13 июлдә Омскиҙа хәрби казарма емерелгәндә һәләк булыусылар иҫтәлегенә тынлыҡ минуты иғлан итте. Ул көндө көтөлмәгән фажиғә 23 һалдаттың, шул иҫәптән Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылған 5 егеттең ғүмерен өҙҙө. Фажиғәлә иҫән ҡалыусы егеттәр хәҙер инде үҙҙәре һәм мәрхүм иптәштәре өсөн йәшәргә йыйына. Десантсылар үҙҙәренең хәрби антына тоғро ҡала. Ябай тормошта  ла улар яҡындары, ғаиләләре, ил именлеген һаҡлауҙы төп бурысы тип һанай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку