Уҙған төндә көслө ҡар яуыу һөҙөмтәһендә баш ҡала урамдарында йәнә саҡрымдарғаса һуҙылған тығындар барлыҡҡа килде 08.11.2016

«Яндекс» мәғлүмәттәре буйынса ул 10 баллды тәшкил иткән. Һауа торошоноң ҡырҡыулашыуы юл-транспорт ваҡиғаларына ла сәбәпсе булды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға 300-ҙән ашыу берәмек техника йәлеп иткән. Көсөргәнешле режимда эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, хәл көндөҙгө сәғәттәргә ҡарай тағы ла ҡатмарлашты. Ямғырға бәйле, ҡала  урамдары һыуға тулды. Ҡотҡарыу хеҙмәтенең 112 телефон һандарына мөрәжәғәттәр ҙә артҡан. Тәүлегенә баш ҡаланан ғына 3-4 меңләп шылтыратыу булған. Бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмай, ти ҡотҡарыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, Башҡортостан биләмәһе көслө ҡар ҡатыш ямғыр алып килеүсе циклон йоғонтоһо аҫтында ҡала. Һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғо Пермь крайы, Свердлов һәм Силәбе өлкәләрендә лә күҙәтеләсәк. Башҡортостан аша үткән федераль трасса участкаларында тәүлек әйләнәһенә йөҙгә яҡын махсус техника эшләй. Уҙған тәүлектә генә ике мең тонна ярым реагент һибелгән, ҡатмарлы участкаларҙа даими дежурлыҡ ойошторолған, тип хәбәр итә Федераль юл агентлығының республика идаралығы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика