Уҙған  төндә Өфөнөң Генерал Горбатов урамында урынлашҡан йорттарҙың береһендә йәшәүселәрҙе автомобилдәр сигнализацияһы  уята 25.03.2015

Баҡтиһәң,  транспорт сараларының өҫтөнә стеналағы кирбес ҡалдыҡтары төшә.  

Ғәҙәттән тыш хәлдә айырыуса Альберт Моратшиндың автомобиле ныҡ зыян күрә. Уның әйтеүенсә, күңелһеҙ ваҡиға төнгө өстәр тирәһендә теркәлә. Сигнализациялар эшләй башлау менән ул урамға йүгереп сыға. Әммә кирбес ҡалдыҡтары уның һәм тағы ла ике транспорт сараһының өҫтөнә төшөүен аңлай. Әйтергә кәрәк, элиталы һаналған был йортта  күңелһеҙ хәл беренсе тапҡыр ғына күҙәтелмәй. Урындағы торлаҡ милекселәре ширҡәте вәкилдәре фекеренсә, был йортто  улар 2002 йылда «Прогресс» төҙөлөш ойошмаһынан ҡабул итеп ала. Әммә шул ваҡытта уҡ тышҡы стеналарҙың сифатһыҙ булыуы асыҡлана. Күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн белгестәр йорттоң  ҡыҙыл кирбестәрен алыштырырға кәңәш итә. Әлбиттә, бар эштәр ҙә фатир хужалары иҫәбенә башҡарылырға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика