Уҙған төн баш ҡалала һуңғы 80 йылда иң түбән һауа температураһы теркәлде 21.12.2016

Башҡортостан гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Өфөнөң Дим метеостанцияһында термометрҙар 1937 йылдан һуң тәүге тапҡыр 36 градустан түбән төшөп, 36,7  градус тәшкил иткән. Бынан тыш, Балаҡатай районы Ямаш метеостанцияһында термометрҙар - 40,9, Асҡында 40,8, Яңауылда 40,6 градус һыуыҡ күрһәткән.

Белорет районында йәшәүселәр уҙған төндә һауа температураһының 44 градусҡа тиклем түбәнәйеүен теркәгән. Дөйөм алғанда, республика буйынса төньяҡ райондарҙа һауа температураһы 32- 39 градусҡа тиклем түбәнәйгән. Көньяҡта  26 градустан 30 градусҡаса һыуыҡ булған. Бөгөн  мәктәптәрҙең күбеһендә дәрестәр үткәрелмәне. Электрон әсбаптар, көндәлектәр ярҙамында   уҡыусыларға  Интернет  аша белем биреү ойошторолдо.
Гөлсәсәк Батталова, Өфөнөң 35-се мәктәбенең уҡытыу һәм тәрбиә эштәре  буйынса директор урынбаҫары: «Беҙҙең белем  усағында Интернет аша мәғлүмәт биреп тороу системаға һалынған. Рәсми сайтҡа хәбәрҙәр даими һалынып бара. Бөгөн  мәктәпкә уҡыусыларҙың 20 проценты  килде».
Сатлама һыуыҡтарға бәйле, янғындар артҡан. Күп осраҡта фажиғәләр йылытыу приборҙары һәм  мейестәрҙе дөрөҫ файҙаланмау һәм эскән килеш ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу  арҡаһында  килеп сыға.
Павел Сабитов, Башҡортостандың  янғынға ҡаршы көрәш  идаралығының дәүләт инспекторы: «Ябай ғына хәүефһеҙлек  ҡағиҙәләрен иҫтә тотоу мөһим. Электр үткәргестәр  сафтан сыҡмаһын өсөн приборҙарҙы күп тоҡандырмаҫҡа кәрәк. Төҙөк булмаған электр ҡорамалдары  һәм кабелдәр ҡулланыу тыйыла. Үҙ аллы яһалған йылытыу техникаһы  ла хәүеф тыуҙыра. Мейестәрҙе һөрөмдән таҙартып торорға, төтөн сығыу юлдарын тикшерергә кәрәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика