Уҙған төн баш ҡалала һуңғы 80 йылда иң түбән һауа температураһы теркәлде 21.12.2016

Башҡортостан гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Өфөнөң Дим метеостанцияһында термометрҙар 1937 йылдан һуң тәүге тапҡыр 36 градустан түбән төшөп, 36,7  градус тәшкил иткән.

Бынан тыш, Балаҡатай районы Ямаш метеостанцияһында термометрҙар - 40,9, Асҡында 40,8, Яңауылда 40,6 градус һыуыҡ күрһәткән. Белорет районында йәшәүселәр уҙған төндә һауа температураһының 44 градусҡа тиклем түбәнәйеүен теркәгән. Дөйөм алғанда, республика буйынса төньяҡ райондарҙа һауа температураһы 32- 39 градусҡа тиклем түбәнәйгән. Көньяҡта  26 градустан 30 градусҡаса һыуыҡ булған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика