Уҙған шәмбе республикала тәүге экологик өмәләр уҙҙы

Уҙған шәмбе республикала тәүге экологик өмәләр уҙҙы 11.04.2016

Тәбиғәттән файҙаланыу  һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика буйынса сарала  71 мең кеше ҡатнашҡан.

Полигондарға барлығы ике мең тонна ярым ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйып сығарылған. Ишембай һәм Благовар райондары йәш үҫентеләр ултыртыу эшен дә башлап ебәргән. Иглин районында тирә-яҡты таҙартыу һәм төҙөкләндереүгә 19 ауыл биләмәһенән  ике меңләп  кеше сыҡҡан,   40 берәмек техника йәлеп ителгән.  Был көндө район биләмәләрендә 120 тонна сүп-сар йыйылған. Бынан тыш, тәүге экологик өмәлә  92 мең  метр оҙонлоҡта ҡоймалар тәртипкә килтергән.
Экологик өмә сиктәрендә төбәктәрҙә юл ҡатламдарын һәм йорт фасадтарын, башҡа биналарҙы  ремонтлау эштәре лә бара. Һауа шарттарына бәйле, 5 ҡала округы һәм 17 муниципаль районда экологик өмәләр һуңғараҡ ваҡытҡа күсерелгән. Тәүге өмә һөҙөмтәләре буйынса, республика 9 процентҡа таҙартылған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика