Уҙған аҙна фажиғәһенән һуң баш ҡалала тимер гараждарҙы һүтеү, икенсе урынға күсереү эшмәкәрлеге йәнләнде

Уҙған аҙна фажиғәһенән һуң баш ҡалала тимер гараждарҙы һүтеү, икенсе урынға күсереү эшмәкәрлеге йәнләнде 30.09.2015

Ләкин был объекттарға ҡаршы көрәш оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал. Гараж хужаларының күбеһе был яңылыҡҡа ризаһыҙлығын белдергән. Бигерәк тә 11 йәшлек Виолетта Токарчуктың кәүҙәһе табылған урында һаман тынғы юҡ.

Гараждар берәм-берәм оҙатыла. Штраф туҡталҡаһына... Башҡа әмәл юҡ. Уҙған аҙна фажиғәһе был эшкә иғтибарҙы көсәйтте генә. Тәү сиратта, белем усаҡтарына яҡын урынлашҡан тимер объекттар һүтеп алына. Тик гараж хужалары ғына был яңылыҡҡа ҡаршы сыҡҡан. Бигерәк тә енәйәт урынында ризаһыҙ автоһәүәҫкәрҙәрҙең күп булыуы аптырауға һалды.
Андрей Соколинский - улар рәтендә. «Тимер ат»ты төнгөлөккә ихата алдында ҡалдырыу хәүеф тыуҙыра,- ти ул. Йәнәһе лә, вандалдар аҙым һайын. Гараж бындай алама осраҡтарҙан һаҡлай.
Андрей Соколинский, Өфө ҡалаһында йәшәүсе: «Йорт алдында торған автомобилемә йүнһеҙ берәү тибеп киткән. Аяҡ эҙе лә бар ине. Ә һеҙ нимәгә гараж кәрәк тигән булаһығыҙ? Һуңынан урлашыу осраҡтары артһа, күрмәгәнде күрерһегеҙ әле».
Бесәйҙәр ҡояшта иренеп ятҡан кеүек, башҡа гараж хужалары ла йылы урындан күсенергә уйламай. Енәйәт сәбәптәре был объектҡа бөтөнләй ҡағылмай тип ҡарышыусылар ҙа етерлек.
Уҙған аҙнала һүтеп алынған бер нисә гараж урынында иһә сүп-сарҙан башҡа бер ни ҙә осратманыҡ. Етмәһә, яҡында ғына балалар өсөн уйын майҙансығы урынлашҡан. Хәтәр күренеш. Ә бит эш йәнләнгәндә был биләмә яңыса балҡыр ине.
Хеҙмәт ветераны Таһир Әхтәриев үҙгәрештәргә ҡаршы бармаҫҡа булған. Тимер объектын ул Иглин районында урынлашҡан баҡсаһына илтергә уйлай. Әлегә гараждағы кәрәк-яраҡтарын йыйнау менән мәшғүл. Шулай ҙа уҙамандың кәйефе бигүк яҡшынан түгел. Бар уңайлыҡтарҙан баш тартыу тигән һүҙ бит был. Ләкин кәрәк эш.
Өфөнөң Совет районында ғына 5 мең 500 гараж иҫәпләнә, уларҙың яртыһы ихата алдарына яҡын ҡуйылған. Ә бит был майҙандар урынында парковка урындарын булдырыу күпкә отошлораҡ булыр ине.
Ә бына 94-се лицей алдындағы биләмә танымаҫлыҡ итеп үҙгәргән. Былтыр бында 30-ҙан ашыу гараж һүтеп алына. Һөҙөмтә күҙ алдында - баш ҡала халҡы өсөн ял итеү урыны - сквер булдырыла.
Ҡаланы тимер гараждарҙан бушатыу хәүефһеҙлекте бер ни тиклем көсәйтер, тиҙҙән Өфө яңы йөҙ алыр тигән өмөт бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку