Уҙған аҙна аҙағында Башҡортостан биләмәләрендә һауа температураһы кинәт түбәнәйҙе һәм ҡар яуҙы

Уҙған аҙна аҙағында Башҡортостан биләмәләрендә һауа температураһы кинәт түбәнәйҙе һәм ҡар яуҙы 20.10.2014

Синоптиктар күҙаллауынса, был аҙнала ла республикала көндәр һалҡын торасаҡ - төнъяҡ-көнбайыштан килгән әүҙем антициклон ҡыш яҡынлашыуын иҫкәртәсәк. Бөгөндән алып һауа температураһы көндөҙ 5 градус йылынан да күтәрелмәйәсәк, төндә урыны менән 5-7 градусҡаса һалҡын буласаҡ, тип күҙаллана.  

Шулай уҡ ҡар  ҡатыш көслө ямғырҙар дауам итәсәк, ергә ваҡытлыса ҡар ҡатламы ятасаҡ, тип фаразлана. Электр сымдарына ҡар һырылыуы, юлдарға боҙлауыҡ  ятыуы көтөлә. Шаршамбыла ғына көн ҡыҫҡа ваҡытҡа  6 градусҡа тиклем йылыта, төндә термометрҙарҙың нолдән бер градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә.  Ә инде йоманан алып йәкшәмбегә тиклем төндә 7-8 градус һалҡын, көндөҙ 2-3 градус йылы буласаҡ, бер аҙ ҡар яуасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку