Тыуған иленә тоғро хеҙмәт иткән шәхес

Тыуған иленә тоғро хеҙмәт иткән шәхес 05.05.2015

Бөгөн Шишмә районында «Ҡаһарманлыҡ» ордены кавалеры Марсель Рахманҡолов исеменә арналған митинг үтте. Ул белем алған Ураҙбаҡты ауылы мәктәбе ихатаһында иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Батыр Тажикстан, Монголия һәм Афғанстан илдәре сигендә хеҙмәт итә. Наркотиктар менән сауҙа итеүселәргә ҡаршы көрәшә. Әммә Марсель Илгиз улының ғүмере 2008 йылдың майында ваҡытһыҙ өҙөлә. Уға ни бары 33 йәш була.

Һөнәри бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Марсель Рахманҡоловтың исемен мәңгеләштереү сараһы уның ауылдаштары, хәрби дуҫтары һәм яҡындарын бергә йыйҙы. Иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһы Марсель Рахманҡолов уҡыған Ураҙбаҡты ауылы мәктәбендә үтте. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә батыр яҡташыбыҙ тормошта яҡты эҙ ҡалддырып өлгөрә. 33 йәшендә «Ҡаһарманлыҡ» ордены кавалеры булған, күкрәген миҙал биҙәп өлгөргән улы менән әсәһе хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Марсель Рахманҡоловтың тәүге уҡытыусыһы Фәриҙә Ҡәйүмова беренсе синыфҡа килгән уҡыусыһын бөгөнгөләй хәтерләй. Ҡулдарына гладиолус тотҡан алты йәшлек малай тиҫтерҙәренән үтә лә теремеклеге, белемгә ынтылыусан булыуы менән айырылып тора.
Сарала йөрәк түренән сыҡҡан шиғырҙар, патриотик йырҙар яңғыраны. Батыр хаҡында әйтелгән һәр һүҙ уҡыусыларҙы ла тулҡынландырҙы.
Митингта Марсель Рахманҡолов менән бергә хеҙмәт иткән дуҫтары ла ҡатнашты, уның рухына арнап доға ҡылынды. Шәхестең исемен мәңгеләштереү идеяһын да тәүҙә тап йәшел беретлы иптәштәре күтәреп алған.
Сик буйы ғәскәрҙәре йылъяҙмаһында үҙ һөнәренә тоғро ҡалған ҡаһармандар күп. 28 майҙа улар үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләйәсәк. Ошо уңайҙан республика район-ҡалаларында әленән үк төрлө саралар үтә Ватаныбыҙ сиктәрен һаҡлаусылар данлана!
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку