Тыуған илен, ерен һәр кем үҙенсә яҡлай

Тыуған илен, ерен һәр кем үҙенсә яҡлай 02.05.2015

Ҡасандыр ата-бабаларыбыҙ ҡулдарына ҡорал алып дошманға ҡаршы ташланһа, бөгөнгө быуындың бурысы - тыныс тормошто, йәмғиәттебеҙҙе һаҡлап ҡалыу. Үҙ-ара килешеп йәшәү бөгөн айырыуса әһәмиәтле. Күп милләтле Башҡортостанда халыҡтар берҙәмлеге һоҡландыра, быға өлгө булырлыҡ ғаиләләр ҙә байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе Көйөргәҙе районының Яманһары ауылында йәшәй. Ольга менән Самат Йәмилевтар төрлө милләт вәкилдәре булыуына ҡарамаҫтан үҙ балаларын ғына тәрбиәләп ҡалмай, балалар йортонан ике ҡыҙ һәм бер малай ала.

Бөгөнгө иртә 99-сы модель ВАЗ ҡабынырға теләмәне. Ринат үгәй атаһы менән бының сәбәбен асыҡларға теләй. Бәлә стартерҙа булһа кәрәк. Ата менән ул һәр эште бергәләшеп башҡарырға күнеккән.  8 йыл элек тәрбиәгә алынған Ринат күптән инде тулы ғаилә ағзаһы. Автомобилде лә атаһы уға ышанып тапшыра.
Быйыл 11-ҙе тамамлаусы егет нефтсе булырға хыялланһа, тәрбиәгә алынған апалы-һеңлеле Лилиә менән Валентина ла үҙләштерәсәк һөнәрен алдан билдәләгән. Лилиә  Мәләүездә парикмахерға уҡый. Оҫталығын һеңлеһендә шымарта. Бынан тыш, ҡыҙҙар йорт эштәрен яҡшы белә, 5 йәшлек ҡустыларын тәрбиәләшә, һыйыр ҙа һауа. Ғаиләлә һәр кем хеҙмәткә йәлеп ителә. Ә ата-әсә балаларының киләсәктәрен ойоштороу тураһында хәстәрлек күрә.
Балаларына тормош көтөү серен Йәмилевтар үҙ өлгөһөндә күрһәтергә тырыша. Улар 20 йылға яҡын татыу ғүмер итә. Үҙҙәренең өс балаһын тәрбиәләй. Өлкәндәре инде ситтә белем ала. Ғаиләлә башҡорт һәм сыуаш культуралары үрелеп, бергә бара. Байрамдар ҙа уртаҡ. Башта башҡорт ауылына килен булып төшкәндә ҡыйыныраҡ ине ти Ольга.
Ғаилә балаларының бәхетле булыуын теләй. Бының өсөн улар бөтә көсөн һалырға әҙер. Балалары өсөн Йәмилевтар миҫал булырға теләй.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку