Тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай 09.12.2015

Үрге Ҡыйғы ауылында етем балалар башта торлаҡ алып ҡыуанһа, хәҙер фатирҙарындағы уңайһыҙлыҡтарға күнегә алмай аҙаплана. 33 квадрат метрлыҡ майҙанға хужа булыу үҙе бер бәхет кеүек, әммә көн һайын стеналағы үңәҙ менән көрәшеү - ваҡытты һәм көстө ала, сәләмәтлеккә кире йоғонто яһай. Бар бәлә - йылылыҡ системаһының тейешле кимәлдә урынлаштырылмауында. Изгелек урамындағы был мәсьәлә ҡасан хәл ителер?

Стенаны йыуҙың ни, йыуманың ни - күҙ асып йомған арала яңынан үңәҙ төшә. Лилиә Ғималетдиноваға аш бүлмәһен таҙартып сығыуға ғына бер көн талап ителә.  Ҡайҙа ҡарама күк, ҡара таптар, хатта аҡ түбә лә һарғая башлаған. Йорт эсендә дым көслө булғанға күрә, тәҙрә төбө лә һыулана. Хужабикә яңы  ҡулайлама ла уйлап тапҡан: бының өсөн уға сепрәк менән пластик шешә  ярҙамға килә. Һыу сепрәккә һеңеп, тамсылап һауытҡа төшә.
Ә бит был бер бүлмәле фатирҙы Лилиә Ғималетдинованың ире "Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү"  республика программаһы буйынса ала. 13 ғинуарҙа бәхетле ғаилә өй туйлай. Шатлыҡ ҡына оҙаҡҡа бармай - бер айҙан һуң йорттоң етешһеҙлектәре күҙгә ташлана.  Өйҙө йылытыр өсөн ҡулланылған электр батареялары ла хәҙер эшлектән сыға башлаған.
Күрше фатирҙа ла ошондай уҡ күренеш күҙәтелә. Ильвина Рәхмәтуллина үҙенсә йорт стеналарын ағартып та ҡарай, тик матурлыҡты һаҡлап ҡалыу  ауырға төшә. Иҙәндән һыуыҡ килә, шуға йәйгеһен дә балаҫ түшәргә тура килә. Балалары һәр ваҡыт башалтайҙа йөрөргә мәжбүр.
Ильвина Рәхмәтуллина ғына түгел, күрше йорт хужалары ла электр батареляраның уңайһыҙ булыуын, ҡиммәткә төшөүен билдәләй. Күптәре көндөҙ уларҙы һүндереп, кис кенә тоҡандыра, әммә барыбер айына биш-алты мең һумдан да кәм түләмәй. Электр ҡаҙанлығы булғанда, бәлки, арзанға төшөр ине тигән ҡарашта бында йәшәүселәр. Фатир хужалары район хакимиәтенә, прокуратураға ла мөрәжәғәт итеп ҡарай - барыһы ла һүҙҙә генә ҡала,  вәғәҙәләрҙе тормошҡа ашырыу бер нисә айға һуҙыла. Әммә ныҡышмаллыҡ бушҡа булмай.
Подрядсы ойошма вәкилдәре эшкә тотондо, буғай. Район етәкселеге белдереүенсә, мәсьәлә контролгә алынған. Хәҙер йылылыҡ системаһын алмаштырыуға тейешле ҡорамалдар бар. Уларҙы фатирҙарға ҡуйыу мәсьәләһе подрядсынан  бер нисә аҙналыҡ эш  талап итә. Әйткәндәй, киләсәктә был урамға зәңгәр яғыулыҡ үткәреү ҙә ҡаралған.
Әлегә Ҡыйғы районында 44 етем бала торлаҡ алыуға сиратта тора, уларҙың унауһы яҡын арала ҡулдарына асҡыс аласаҡ. Хакимиәт етәкселеге файҙаланыуға тапшырыласаҡ йорттарҙың сифатын юғары тип баһалай. Бындай етешһеҙлектәр ҡабатланмаясаҡ.  
Изгелек урамында йәшәүселәр ниһайәт, байрам алды кәйефе кисерә. Подрядсы ойошма вәкилдәре торлаҡ йорттарҙа булған етешһеҙлектәрҙе декабрь аҙағына тиклем бөтөрөргә вәғәҙәләй. Һәр фатирға электр ҡаҙанлығы урынлаштырыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика