Тырыштарға эш ҡарышмай

Тырыштарға эш ҡарышмай 11.01.2018

Благовещен ҡалаһында йәшәүсе Әхмәтовтар бер йыл элек өйҙәрендә тегеү цехы асып ебәрә. Энә-еп, туҡымалар ярҙамында ғаилә махсус машинала сабыйҙар өсөн йылы юрған-мендәрҙәр, биләүҙәр  әҙерләй. Эшҡыуарҙар бер йыл эсендә йөҙәрләгән ғаиләнең сабый тыуыу шатлығын уртаҡлашып өлгөргән.

Дилбәр Әхмәтова сираттағы заказын әҙерләй. Йөҙөнсө, ике йөҙөнсөмө, эшҡыуар теүәл генә иҫәбен дә белмәй. Тегеү цехы өйҙәге бер бүлмәлә урынлашһа ла, оҫта ҡулдар эшкә йөрөгән кеүек, бында билдәле бер ваҡытын уҙғара.
Сабыйҙар өсөн йылы юрған-мендәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар. Цехта уларҙың ниндәй генә төҫө, үлсәме юҡ. Тәүҙә ту¬ғандарға, таныш-белештәргә тегә инек, шунан эш яйлап «тоҡанып» китте, тип эш серҙәре менән бүлешә Әхмәтовтар. Берәүҙән икенселәре күреп, заказдар ҙа арта бара. Күптәрҙең фантазияһын, үҙ дизайнын тәҡдим итеүе тауарҙы төрлөләндереүгә булышлыҡ итә.
Дилбәр бәләкәйҙән тегеү эше менән мауыҡһа, тормош иптәше уның хыялын тормошҡа ашырған. Документтар йыйып, социаль эшҡыуарлыҡ йүнәлеше буйынса грант алыуға өлгәшкәндәр. Башланғыс капитал булғанда, эш тә тиҙ арала көйгә һалынып, ырамлы бара, ти улар.
Әхмәтовтар өс бала ата-әсәһе. Киләсәктә йәштәр  айырым цех асып, унда ғаилә өсөн кәрәкле кейемдәр тегергә ниәтләй. Әхмәтовтар урындағы халыҡҡа, тәү сиратта, декрет ялындағы йәш әсәйҙәргә эш урындары булдырыуҙы ла күҙ уңында тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика