Тырыш хеҙмәткә - тейешле баһа

Тырыш хеҙмәткә - тейешле баһа 12.12.2014

Бөгөн Башҡортостан Президенты 4 тиҫтәнән ашыу хеҙмәт алдынғыһына Рәсәйҙең һәм республиканың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.  

Бөгөнгө наградаларҙың береһенә тап ошо бейеү конкурсы сәбәпсе була. Ике йыл элек Күгәрсен районының күркәм тәбиғәт ҡосағында ойошторолған  «Байыҡ» бәйгеһенә   республика етәксеһе килә. Рөстәм Хәмитов Мораҙым тарлауығына тиклем асфальт ҡатлам  булмауына аптырай һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә был араға юл һалырға ҡуша. Бурыс тормошҡа ашырылған, хәҙер юл буйындағы Мораҙым, Һатлыҡ ауылдары халҡы туҙан йотоп йәшәмәй. Ә райондың юл төҙөү- ремонтлау идаралығы етәксеһе  тырыш хеҙмәте өсөн бөгөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары наградаларына 4 тиҫтәнән ашыу кеше лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре, төрлө быуын вәкилдәре бар. Әммә уларҙың барыһын да һөнәри оҫталыҡ, яуаплылыҡ кеүек сифаттар бәйләй.  
Юғары наградаға лайыҡ булыусылар араһында  бигерәк тә медицина хеҙмәткәрҙәре күп. Табиптар әйтеүенсә, һуңғы осорҙа  халыҡ сәләмәтлеген һаҡлауға, ябай хеҙмәт кешеһенең һаулығын ҡайғыртыуға етди иғтибар бүленә. Был дөрөҫ тә, сөнки һау-сәләмәт кеше генә  Республиканың  үҫешенә тос өлөш индерә ала.  
Бүләкләнеүселәр үҙ сиратында Республика етәксеһенә  бар яҡлап та ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.  Сөнки яҡлау, аңлау   булғанда уңышҡа ла,  юғары күрһәткестәргә лә өлгәшергә мөмкин.
Һәр бер награда артында туҡтауыһыҙ эҙләнеүҙәр, йылдар дауамындағы фиҙәҡәр эшмәкәрлек ята. Әммә бүләкләнеүселәр әйтеүенсә, юғары исем  башҡарылған эштәргә генә баһа түгел,  уны аҡлау ҙа талап ителә.  Сөнки Башҡортостандың киләсәге һәр бер кешенең тырыш хеҙмәтенән үрелә.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку