Тырыш хеҙмәткә - лайыҡлы баһа

Тырыш хеҙмәткә - лайыҡлы баһа 23.04.2015

Бөгөн Республика Башлығы бер төркөм  хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө  һөнәр эйәләре бар -  ауыл хужалығы эшсәндәре, сәнәғәт тармағы вәкилдәре, табиптар,  ғалимдар. Уларҙың бөтәһен дә  уртаҡ сифат  бәйләй, үҙ эшеңде яратыу,  республиканың  ныҡлы киләсәге хаҡына арымай-талмай хеҙмәт итеү.

Аллоплантты иһә  кешенең теләгән органына  күсереп ултыртырға була.  Был процесты  серегән  алмағас ботағын һау-сәләмәт үҫентегә алмаштырыу менән сағыштырырға  мөмкин. Биоматериалды  һөйәкте, лимфа, ҡан тамырҙарын һәм башҡа тән өлөштәрен үҫтереү өсөн ҡулланалар.  Эрнст Мулдашевтың аллопланты  Башҡортостан  медицинаһын донъя кимәлендә таныта. Фәнни асыш яһау өсөн аҡыл ғына етмәй, күңел саф булырға тейеш, ти билдәле ғалим.
Кеше сәләмәтлеге һағында арымай-талмай хеҙмәт иткән  Эрнст Мулдашев  бөгөн бүләкләнеүселәр араһында. Билдәле табиптың эшмәкәрлеге «Башҡортостан алдындағы  хеҙмәте өсөн» ордены менән баһаланған.
Салауат Юлаев, Дуҫлыҡ ордендары, Почет грамоталары. Һәр бер дәүләт наградаһы артында йылдар дауамындағы фиҙаҡәр хеҙмәт, туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр, фәнни асыштар ята. Бөгөн юғары исемдәргә  30-лап хеҙмәт алдынғыһы лайыҡ булды.
Республика етәксеһе  залға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, был наградаларҙың Бөйөк Еңеүҙең 70 йылығы алдынан тапшырылыуы символик мәғәнәғә эйә тип билдәләне. Бөгөн дә  еңеүҙәр кәрәк,  һеҙҙең үҙ эшегеҙҙә юғары уңыштарға өлгәшеүегеҙ бик мөһим, тине Рөстәм Хәмитов.
Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре, төрлө быуын, милләт вәкилдәре  бар.  Әммә осраҡлы кешеләр юҡ.  Уларҙың барыһы ла үҙ эшенең оҫталары. Мәҫәлән, Салауат районынан Кәримовтар ғаиләһе табиптар,   икәүһенең  хеҙмәт стажы бер быуатҡа яҡын. Илештән малсы   Рәмил Фазылов  ғүмер буйы малсылыҡ тармағында эшләгән, бөгөн тырыш эшсенең   күкрәгендә  2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн» орденының миҙалы балҡый.
Бүләләнеүселәр араһында ижад кешеләре лә бар.  «Башҡортостан» гәзитенең биҙәлеш мөхәррире Нәсих Хәлисов республика халҡына эмблемалар авторы булараҡ билдәле.  Уның ижад емештәре 7 исемле йылдың йөҙөн билдәләне. Бөгөн Нәсих Хөбөтдин улына «Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде.
Бүләкләнеүселәр әйтеүенсә юғары наградалар башҡарылған эштәргә баһа  ғына түгел, яңы баҫҡыстарға этәргес тә.  Тимәк, уларҙың исемдәре, ҡаҙаныштары Башҡортостан йылъяҙмаһында тағы балҡыясаҡ әле.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку