Тырыш хеҙмәт килтерер хөрмәт 23.12.2015

Бөгөн  Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов дүрт тиҫтәнән ашыу хеҙмәт алдынғыһына Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.

2015  Республика өсөн уңышлы килде. Өфө  Шос һәм Брикс саммиттарын лайыҡлы ҡабул итте, социаль-иҡтисади күрһәткестәр яҡшыра бара.  Һәм был уңыштарға һеҙҙең һәр берегеҙҙең хеҙмәте һалынған, тине Сергей Молчанов бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп. Юғары наградаларға лайыҡ булыусылар араһында  төрлө һөнәр эйәләре бар.  Улар тантанала үҙ ҡаҙаныштары хаҡында ла һөйләп үтте.  Мәҫәлән, Рәсәй Фәндәр академияһының  үтә һығылмалы металлдарҙың  үҙенсәлектәрен өйрәнеү институты  ғалимдары  яңы асыштар яһаған, тиҙҙән уларҙың проекты Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ. Бүләкләнеүселәр исемлегендә  Өфө дәүләт циркының баш администраторы Рима Шакирова менән ,,Башҡортостан" гәзите корректоры Зөлфиә Сәғитова  ла бар. Улар әйтеүенсә, юғары награда  яңы  бейеклектәргә этәргес булып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика