Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан

Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан 19.03.2015

Халыҡ мәҡәле бер ваҡытта ла көнүҙәклеген юғалтмай. Айырыуса уға оло быуын вәкилдәре тоғролоҡ һаҡлай. Намыҫлы хеҙмәте менән дан ҡаҙанған замандаштарыбыҙҙың береһе Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәй. 87-се яҙын ҡаршы алыусы яҡташыбыҙ эшкә ил өсөн иң киҫкен осорҙа - һуғыш ваҡытында төшә. Тормошон тыуған ере менән бәйләп ғүмер буйы колхозда  тир түгә.

90-ға етеп килеүенә ҡарамаҫтан Ғабдулла Байбулдин әле һаман мал тота. Һарыҡтарын да, атын үҙе ҡарай. Һаулыҡ булһа кәртә-ҡурам буш тормаҫ, ти уҙаман. Донъя көтөүҙе атһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Йәш сағында ул  һабанда эшләй, ер һөрә, урмансы булғанда ла һыбай йөрөй.
Һуғыш йылдарының ауырлығын тылдағылар үҙ иңендә  татый. Аслыҡ, алһыҙ-ялһыҙ ауыр хеҙмәт, эшсе ҡулдар етешмәүе һәм башҡалар Ат булмағанда үгеҙ, һыйыр ярҙамға килә торғайны, ти ветеран. Ләкин улар бер ҙә бирешмәгән.
Ғабдулла Байбулдин, хеҙмәт ветераны: «Ҡайҙа эшләһәм дә передауай бултым.. Бирешмәнем, иптәштәрем дә шулай ине. Беҙ, 28-ҙәр шунтый булдыҡ».    
Ныҡлы тыл һуғышта ғына түгел, тормошта ла кәрәк. Ҡатыны вафат булғас Ғабдулла Әхмәҙи улы Рәйфә ханыма өйләнә. Ул да ирен юғалтҡан була. Һәр береһенең биш балаһы, уларҙы башлы-күҙле итеп, 37 йыл рәхәтләнеп донъя көтә Байбулдиндар.  
Рәйфә Байбулдина, Ғабдулла Байбулдиндың тормош иптәше: «Мин тәрбиәләйем уны, йылы аштар ашатам, ул да мине тәрбиәләй. Балаларыбыҙ килә».
Ғабдулла Байбулдиндың намыҫлы хеҙмәте тиҫтәләгән награда менән билдәләнгән. Быйыл уларға тағы ла Еңеүҙең 70 йыллығына арналған юбилей миҙалы өҫтәләсәк.  
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку