Тылсымлы байрам яҡынлаша 08.12.2016

Өфө майҙандары, күп ҡатлы йорттар ихаталарында Яңы йылға әҙерлек дәррәү бара. Хеҙмәткәрҙәр шыршы ултыртып, боҙҙан төрлө һындар яһай.

Ҡырҡып алынған бер боҙҙоң ҡалынлығы - 25 см, ауырлығы алты йөҙ тонна тарта. Тап ошо күлдең боҙо ҡаланың Яңы йыл майҙансыҡтарына әкиәт геройҙары һындарын эшләү өсөн бик уңайлы, ти хеҙмәткәрҙәр. Сираттағы киҫәктәр ҡаланың Орджоникидзе, Калинин райондары майҙансыҡтарына оҙатылды.
Ферин урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорттар араһындағы майҙансыҡта ла эш ҡайнай. Торлаҡ хужалығы хеҙмәткәрҙәрен урындағы халыҡ ситтән генә күҙәтмәй, эшкә үҙҙәре лә ҡушыла. Сәмде йыл да  йорт ихаталары араһында уҙғарылып килгән конкурс уята.
Был боҙ киҫәктәренән оҫта Ильяс Бәҙретдинов бер-ике сәғәт эсендә тейешле фигураларҙы эшләп тә ҡуя. Байрамды һәр саҡ көтөп алам, сөнки  яратҡан эшем менән иркенләп шөғөлләнергә мөмкинлек тыуа, ти оҫта.
Ҡала майҙансыҡтарында Яңы йылға әҙерлек етди бара. Хеҙмәткәрҙәр балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә зауығына тап килерлек итеп боҙҙан төрлө фигуралар эшләй. Был боҙҙарҙан да бер аҙнанан әкиәт геройҙары эшләп ҡуйыласаҡ.
Әлегә балалар хоккей ғына уйнаһа, тиҙҙән улар майҙансыҡта урынлаштырыласаҡ һырғалаҡта шыуа аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика