Тығындар заманы үтеп бара 13.02.2017

Шул иҫәптән баш ҡала эргәһендәге Тимашев ауылы халҡы өсөн дә... Өфө нефть эшкәртеү заводтарын хеҙмәтләндереүсе тимер юлы  автомобиль транспортына ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.  Иртәле-кисле бында километрҙарға һуҙылған тығындар хасил була. Мәсьәләне юлүткәргес хәл итергә тейеш.

Роберт Шәмсиев 38 йыл  инде иртәле-кисле тығындарҙа тора. Тимашев ауылын Өфө менән тоташтырған трасса Тимер юлы менән киҫешә. Уның  аша поезд үткәндә автомобиль транспорты туҡтарға мәжбүр.  Юлүткәргес сафҡа инеренә әле ул ышанып та бөтә алмай.

Юлүткәргес төҙөлөшөнә 1 миллирд һумға яҡын аҡса бүленгән. Был тирәлә  газ, һыу үткәргестәренең күп булыуы, элемтә кабелдәре, тимер юлы инфраструктураһын үҙгәртеп ҡороу кәрәклеге эште ҡатмарлаштыра ғына. Әле  күперҙең тәүге бетон терәүҙәре урынлаштырылған да инде.

Юлүткәргестең дөйөм оҙонлоғо 1 километр. Ике һыҙатлы автомобиль юлы, йәйәүлеләр өсөн тротуар  тимер юлы өҫтөнән үтәсәк. Төҙөлөш барышында Тимашев ауылына илткән трасса ҡыҫҡа ваҡытҡа хәрәкәткә ябылыуы ла ихтимал тигән фекерҙә Баш ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы етәксеһе Камил Юлаев

Мегаполис заман талаптарына яуап бирергә тейеш. Шуға ла һуңғы йылдарҙа Өфөлә транспорт инфраструктураһын камиллаштырыуға етди көс һалына.

Юлүткәргес Калинин һәм Орджоникидзе райондарының социаль-иҡтисади үҫеше өсөн баһалп бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Тимер юлы аша күпер сафҡа инеү менән был тирәләрҙә торлаҡ һәм төрлө инфраструктура обьекттары төҙөлөшө йөнлөнер тип көтөлә. Проект буйынса юлүткәргес 2018 йыл аҙаҡтарында файҙаланыуға тапшырылыр тип күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика