Туймазы уҡыусылары онотолған тарих биттәрен тергеҙә 09.04.2015

Егеттәр һәм ҡыҙҙар 1939 йылда Башҡорт АССР-ы биләмәһендә  ойошторолған 170-се уҡсылар дивизияһы яугирҙарының тормош юлын асыҡлауҙа ҡатнаша.  

Архивтарҙа хәбәрһеҙ юғалған йәки фронтта һәләк булған, тип билдәләнгән һалдаттар араһында тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡандары ла бар. Уларҙың туғандары ярҙамында  мәғлүмәт тикшерелә, хаталаныуҙар булған осраҡта, төҙәтмәләр индерелә. Ошо рәүешле улар 52 һалдат һәм офицерҙың тормош юлын тергеҙгән. Изге башланғыста шулай уҡ тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҙә ҡатнаша. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса Туймазы белгесе Рим Гәрәев китап сығарырға иҫәп тота.
Рим Гәрәев, тыуған яҡты өйрәнеүсе: «170-се уҡсылар дивизияһы үҙ бурысын тулыһынса үтәгән. Һуғыштың башында уҡ отряд Көнбайыш фронты ғәскәрҙәре составында фашистарҙың иң яҡшы көстәре менән алышҡа инә. Немецтар туҡтатыла, тик бының хаҡы ла юғары - 170-се дивизия тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика