Туймазы төҙөүселәре һөнәри байрамын билдәләне

Туймазы төҙөүселәре һөнәри байрамын билдәләне 08.08.2015

Ҡалала төҙөлөш йылдам бара. Һуңғы биш йылда ғына ҡалала өс балалар баҡсаһы, бер мәктәп, өс спорт майҙансығы файҙаланыуға тапшырылған. Республика ярҙамы менән Туймазы районында  балалар дауаханаһы, балалар баҡсаһы һәм социаль-мәҙәни үҙәк төҙөү  проекты эшләнә.

Сентябрҙә Ҡандрала физкультура-һауыҡтырыу үҙәге һалына башлай. «Туймазы-Арена» универсаль боҙ комплексының икенсе сиратында ла эштәр көйлө бара. Былтыр районда 89 меңдән ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Ете йыл эсендә авария хәлендәге йорттарҙан туғыҙ йөҙгә яҡын ғаилә яңы йортҡа  күсерелгән. Киләсәктә  «Сулпан» биҫтәһендә өс йөҙ меңдән ашыу квадрат метрлыҡ торлаҡ сафҡа индерәсәк. Төҙөүселәр көнө айҡанлы ойошторолған кисәлә   бындай уңышҡа  үҙ һөнәрен яратҡан тырыш хеҙмәтсәндәр булғанда ғына  ирешергә була тип билдәләнде. Байрам уңайынан тармаҡтың лайыҡлы хеҙмәт күрһәтеүселәренә Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку