Туймазы районының Төмәнәк ауылына 320 йыл тулды

Туймазы районының Төмәнәк ауылына 320 йыл тулды 09.08.2014

Ошо уңайҙан ауылда Шәжәрә байрамы уҙғарылды. Тамырҙары менән ошо ергә береккән, тәпәй баҫҡан изге төйәк үҙенең балаларын, ҡан-ҡәрҙәштәрен бергә тупланы. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, донъяның төрлө киңлектәренән туймазылар ҡайтты. Финат Ғәзизов 1985 йылдан Латвияла йәшәй. Шәжәрә байрамында беренсегә. Шулай ҙа Балтика буйында йыл һайын  һабантуй  байрамы уҙғарабыҙ, ти уҙаман. Унда 500-ләп төрлө илдәрҙән милләттәштәребеҙ  йыйыла.  

Шәжәрә байрамына Төмәнәк ауыл халҡы етди әҙерләнгән. Байрам программаһы төрлө уйындарға, конкурстарға бай булды. Ямғырлы һауа торошо ла төмәнәктәрҙең кәйефен боҙманы. Һәр ғаилә үҙенең тарихын өйрәнеп, 16-сы быуынға тиклем шәжәрәһен төҙөгән. Күптәр  китаптар ҙа баҫтырған.
Байрам барышында ауыл эргәһендәге Финәкәй шишмәһе буйында ауыл халҡы һәр береһе үҙенең әсәһенә бағышлап ағастар ултыртты. Был ағастар тыуған яғынан йыраҡ йәшәүселәргә ҡунаҡҡа ҡайтҡанда рух өҫтәп торасаҡ, тигән фекерҙә ауыл халҡы.  
Төмәнәк ауылында 350 йорт иҫәпләнә. Оло тарихлы ауыл халҡы донъяның төрлө төбәгендә тупланған. Быға 30-сы йылдарҙағы ваҡиғалар ҙа йоғонто яһай. Байрамға Австралия, Латвия, Төркиә, Ҡытай һәм Англиянан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ килде. Улар үҙҙәренең йолаларын һағынып ҡайтҡан. Һәр береһе киләсәктә үҙенең тупланған илендә лә ошондай байрам уҙғарыу теләге менән яна.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку