Туймазы районының Райман ауылында йәшәүсе  Гөлфиә  Низамова  дүрт йыл буйы инвалидлыҡ буйынса торлаҡ алыуға сиратта тора 09.02.2016

Ғаилә фатирҙы суд аша ла юллап ҡараған. Әммә әлегә тиклем мәсьәлә асыҡ ҡала. Беҙҙең каналға уның туғаны шылтыратты. Ни өсөн сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән ҡыҙ фатир ала алмай аҙаплана?

Утыҙҙы үткән һеңлеһе Гөлфиәне Гөлнур апаһы бәләкәй баланы ҡараған кеүек тәрбиәләй. Бергәләп һыу ташыйҙар, мал ҡарайҙар. Йорт мейес менән йылытыла. Райманға уларҙы әсе яҙмыш еле алып килгән. Аталары баҡыйлыҡҡа күскәс, йәшәгән йорттарының документтарын туғандары үҙ исеменә яҙҙыра. Ҡыҙҙар әсәһе менән урамда ҡала.
Йорт  ике туған ҡустыларыныҡы. Икенсе төркөм инвалиды Гөлфиә,  Гөлнур 76 йәшен тултырған әсәләре менән ун йыл инде ошонда ғүмер итә.      
Һаулығы буйынса мөмкинлеге  сикләнгән Гөлфиәгә торлаҡ алыу өсөн 2012 йылда  Низамовтар Туймазы районы хакимиәтендә иҫәпкә торған. Әммә фатир һаман юҡ. Торлаҡты улар суд аша ла юллап ҡараған.  
Туймазы район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, был категория граждандарына һуңғы йылдарҙа фатир бирелмәгән.
Ғәриплек буйынса торлаҡҡа сиратта тороусылар 44 кеше.      
Резеда Асҡарова, Туймазы районы хакимиәтенең торлаҡ бүлеге етәксеһе: «Гөлфиә Низамова беҙҙә иҫәптә тора. Уға фатир биреү тураһында суд ҡарары ла  бар. Әммә ул әлегә үтәлмәгән. 2005 йылға тиклем инвалидтарға торлаҡ алырға федераль ҡаҙнанан аҡса бүленә ине. Унан һуңғы йылдарҙа тәртип үҙгәрҙе. Хәҙер был  категория граждандарына фатир бүлеү өсөн сығымды ҡайҙан алыу тураһында ҡануниәттә яҙылмаған. Әлегә муниципалитетта торлаҡ бүлеү өсөн финанс юҡ»
Сығым бүлеүҙе һорап район хакимиәте республика хөкүмәтенә һәм  Финанс министрлығына  хат яҙған. Уға яуап булыу менән Туймазы районында инвалидлыҡ буйынса торлаҡ алыуға иҫәптә тороусыларҙан иң беренсе булып Гөлфиәгә фатир биреләсәк, тип ышандырҙылар. Сөнки ул суд ҡарары буйынса торлаҡ алыуға  исемлектә иң беренсе тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика