Туймазы районының Ғәфүр ауылының  ике урамында йәшәүселәр  зәңгәр яғыулыҡ менән файҙалана алмай 08.10.2015

Ә ауылдың башҡа урамдарында газ бар. Беренсе ҡар бөртөктәре күренгәндә Яңы, Яңы тыҡрыҡ һәм Теплица урамында тороусылар  утын әҙерләй, ә йортон электр менән йылытыусылар бик күп аҡса түгергә  мәжбүр. Ни өсөн зәңгәр яңыулыҡ менән проблема бар һуң?

Көндәр һалҡынайтты. Ғәфүр ауылында был ваҡытта утын ярыу ғәҙәти күренеш. Һыуыҡ ел нығыраҡ иҫкән һайын Александр балтаһы менән нығыраҡ киҙәнә. Эштән һуң ҡайтып  утын әҙерләп өлгөргәнсе ҡараңғы төшә лә ҡуя. Йәш ғаилә ҙур йорт һалған. Әле төҙөлөш эштәре тамамланмаһа ла күсенгәндәр. Тик  йортто йылытыу бәлә. Тәүҙә электр ҡулланып  ҡарағандар.
Александр Иванов, Ғәфүр ауылының яңы тыҡрыҡ урамында йәшәүсе: «Йортто электр менән йылытҡайныҡ,  айына  ун мең һум түләргә тура килде. Минең эш хаҡы уға етмәй. Утын менән йылытырға ҡаҙанлыҡ ҡороп алдым».
Ҡышҡылыҡҡа Александр өс йөк машина утын әҙерләп тә ҡуйған. Ул ике-өс айға етә ти ғаилә башлығы.Октябрьский ҡалаһынгда электрик булып эшләгән иргә кочегар һөнәрен дә үҙләштерергә тура килә. Ә уның ҡорған йылытыу системаһы үҙе бер тарих. Оҫта уның нисек эшләүен бик тәфсирләп һөйләргә ярата. Торғаны  Кулибин. Әле утыҙы ла тулмаған кешегә бына шулай  йорт йылытыу өсөн төрлө саралар күрергә тура килә.
Ә  Фазылйәновтар  ҡиммәт булһа ла өйөн электр менән йылыта. Ғаиләлә  бәләкәй өс бала үҫә,  өләсәләре лә   улар менән йәшәй. Һигеҙ йыл буйы газ көтә-көтә төңөлдөк ти улар
Газды  ауылдың Яңы һәм Теплица урамына ике йыл элек үткәрә башлағандар. Уны Нефтекама ҡалаһынан подряд ойошма башҡарған.  Былтыр уҡ эштәр тамамланырға тейеш булһа ла,  ниңәлер туҡталып ҡалған. Бер ике көнлөк кенә эш ҡалғайны , ти урындағылар.
Газ ҡоролмалары тик тора, ә ауыл кешеләренең асыуы ҡабара. Йорттарҙы улар  ҙур итеп һалған,  тик йылытыу менән  проблема булыр тип уйламаған,  сөнки был ауылдың башҡа урамдарында зәңгәр яғыулыҡ күптән бар.
Тимәк,  урындағы үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып проектҡа үҙгәрештәр индереү талап ителгән. Урам осондағы  йырын ҡамасаулаған. Подрядсы ойошма вәкиле әйтеүенсә,  улар газ үткәреүҙә  заказсы булып торған «Өфө  аҙ ҡатлы төҙөлөшө» идаралығы менән  проектты киренән эшләгән. Аңлашылыуынса, финанс проблема ла  булған. Хәҙерге көндә ул хәл ителгән, һәм иртәгәнән тиерлек ойошма  эштәрҙе теүәлләргә Ғәфүргә барырға әҙерләнә. Был яҙманы ҡараған күптәр беҙҙә лә ошондай уҡ хәл тип әйтере мәғлүм. Сөнки республикала газ үткәрелеп тә, уның проект хәлендә генә ҡалыу осраҡтары күп. Ә халыҡ, элеккесә утын яғып өй йылытырға мәжбүр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика