Туймазы районында урынлашҡан Райман ауылының яңы биҫтәһендә ут юҡ

Туймазы районында урынлашҡан Райман ауылының яңы биҫтәһендә ут юҡ 14.09.2015

Йорт һалып ингән ғаиләләр  боронғо кеүек шәм яндырып йәшәй. Ҡайһы берәүҙәр  өйө төҙөлөп бөтһә лә  ут, һыу, юл булмағас күсенә алмай. Был проблемалар ҡасан  хәл ителер?

Тамара Муллағәлиева шәмдәр коллекционеры түгел. Ә өйҙә уларҙың ниндәйе генә юҡ! Электр булмағас өләсәйҙәр заманындағы кеүек шәм яндырып йәшәргә тура килә. Ярай әле зәңгәр яғыулыҡ бар. Ашарға бешереү менән проблема юҡ. Тик газ булыу менән, утһыҙ өйҙө йылытыу мөмкин түгел. Ейәндәре Саша быйыл беренсе синыфҡа барған. Өйгә эште кәбеҫтә кеүек ҡат-ҡат кейенеп ултырып эшләргә тура килә.
Электр уты булмағас ғаилә генератор һатып алған, әммә уға яғыулыҡ еткереү ҙур сығымдар талап итә.Ошондай шарттарҙа Райман ауылында йәшәүселәр бер Муллағәлиевтар ғына түгел.
Райман Төмәнәк ауылы биләмәһенә ҡарай. Һуңғы йылдарҙа ер участкаларында матур өйҙәр ҡалҡып сыҡҡан. Утһыҙ, һыуһыҙ һәм юлһыҙ нисек йәшәргә белмәгән халыҡтың күбеһе  өйҙәренә күсенә алмай. Был проблеманы хәл итеү өсөн улар йыйылыш үткәрергә булды.
Биҫтәнән Туймазыға бер саҡырым тирәһе генә. Ауыл  матур урында. Тау  битләүендә.Яҙлы-көҙлө  юл булмағас үргә менеп булмай, ти халыҡ.  Бында алты йөҙгә яҡын  кешегә  ер бирелгән. Күбеһе йәш ғаиләләр.
Рәмзил Күсәрбаев,  Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары:  «Электр линиялары һуҙылған,  ике аҙна тирәһенән  ут бирелер тип уйлайым. Һыу үткәреү өсөн әле проект эшләнмәгән. Ул дүрт миллион тирәһе тора. Биҫтәнең  бер өлөшөнә генә һыу үткәреү өсөн  бик күп сығымдар талап ителә. Әле ул юҡ. Юл менән дә әле генә килеп сыҡмай. Беҙ республика программаларында ҡатнашабыҙ. 2016-17 йылдарға дәүләт инвестициялы программаһына ғариза бирәсәкбеҙ».
Тимәк, октябрҙә  Райман ауылының яңы биҫтәһендәге яңы йорттарҙың  тәҙрәләрендә ут балҡыр тип өмөтләнергә мөмкин. Ә бына юлһыҙлыҡ шул килеш ҡаласаҡ әле. Хәйер, был мәсьәләне биҫтәнең Төнъяҡ, Ҡайынлы, Таулы урамдарында  урындағы етәкселек менән бергә халыҡ үҙе хәл иткән. Биҫтәнең был яғында ут та бар. Юлһыҙ интеккәс  аҡса йыйғандар ҙа  ҙа ҡырсынташ түшәтәләр. Техника менән ауыл биләмәһе башлығы ярҙам итә. Әле Тыныслыҡ урамында эш бара.
Биҫтәнең был өлөшөндә йәшәүселәрҙән бәлки,  ҡалғандар ҙа өлгө алыр. Сығымдар бүленгәнсе үҙҙәренең  көсө менән булһа ла  ошондай юл һалырҙар. Ауылда  йәштәрҙең  төпләнеп ҡалыуы үҙе үк һоҡландырғыс күренеш. Мәскәү ҙә тиҙ генә төҙөлмәгән  бит.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика