Туймазы районында хеҙмәт батырҙарын иҫкә алыу тантанаһы үтте

Туймазы районында хеҙмәт батырҙарын иҫкә алыу тантанаһы үтте 16.08.2014

Ғүмерҙәрен фиҙаҡәр хеҙмәткә арнаған ил улдарының береһе, нефтсе Рәфғетдин Әйүповҡа тыуған яғында бюст асылды.

Рәфғетдин Әйүпов Туймазы районының Собханғол ауылында тыуып үҫә. Механизатор һөнәрен үҙләштергәс, хеҙмәт юлын совхозда  башлай. Ҡыҙыл армия сафында хеҙмәт итә. Артабан Бөйөк Ватан һуғышына алына. Тыуған яҡтарына ул 1946 йылда ғына ҡайта һәм  «Собханғол» станцияһына машинист булып эшкә төшә. Бөгөн уны Туймазы нефть үткәргесе идараһының берҙән-бер Социалистик Хеҙмәт Геройы тип беләләр.
Хеҙмәт батырын данлап шәхескә тыуған  йортонда мемориаль таҡтаташ  ҡуйылды, ҡәберлегенә сәскә гөлләмәләре һалынды. Рәфғетдин Әйүпов «Ҡыҙыл йондоҙ», Бөйөк Ватан һуғышы ордены кавалеры. Быйыл уның тыуыуына 100 йыл.
Туймазы 12 Социалистик Хеҙмәт Геройын үҫтергән төбәк. Бөйөк Еңеүҙең етмеш йыллығына әҙерлек сиктәрендә Ҡандра ауылынан  Социалистик Хеҙмәт Геройы, «Батырлыҡ даны» орденының тулы кавалеры Хәтмулла Солтановты ла иҫкә алдылар. Туймазы ҡалаһының мәҙәниәт һәм ял  паркының батырҙар аллеяһында уға бюст ҡуйылған, Ҡандра ауылындағы урамдарҙың береһе шәхестең исемен йөрөтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку