Туймазы районы Үрге Бишенде ауылы халҡы Яңы йыл байрамын яңы төҙөлгән мәҙәниәт йортонда ҡаршыланы

Туймазы районы Үрге Бишенде ауылы халҡы Яңы йыл байрамын  яңы төҙөлгән мәҙәниәт йортонда ҡаршыланы 13.01.2016

Клуб, моделле китапхана,музей һәм балалар майҙансығын бер бинаға берләштергән  күп функциялы үҙәк асыу тантанаһы ҙур ваҡиғаға әйләнде.

Клуб, музей, моделле китапхана, балалар майҙансығын тупланған мөһәбәт бинаға нигеҙ 2015 -cе йылдың август айында  һалынған. Йөҙ урынға иҫәпләнгән яңы мәҙәнәит усағы ауыл кешеләренең тормошон яңы кимәлгә күтәрә. Был сәхнәлә сағыу  тамашалар, йәш һәләттәрҙе үҫтерә торған конкурстар үткәреләсәк.
Туймазы районы Үрге  Бишенде ауылында файҙаланыуға тапшырылған үҙәк республикала ун тығыҙынсыһы. Ошондай уҡ обьекттар күптән түгел Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Салауат райондарында сафҡа инде. Киләсәктә лә был өлкәлә эш дауам итәсәк. Әле Баймаҡ, Хәйбулла, Бәләбәй, Ҡариҙел райондарында  күп функциялы  үҙәк төҙөлөштәре дауам итә.
Күп функциялы үҙәк асылыу тантанаһы -яңы бинала, күркәм сәхнәлә дауам итте. Моңло, дәртле,ғилемгә ынтылыусан Үрге Бишенде ауылы кешеләре  был тантананы Яңы йылдың иң күркәм бүләге булараҡ ҡабул итте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку