Туймазы ҡалаһында йәшәүсе Аида Фәррәхова 2010 йылда «ҡара риэлтор»ҙар тоҙағына эләгә

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе Аида Фәррәхова 2010 йылда «ҡара риэлтор»ҙар тоҙағына эләгә 15.10.2014

Ҡатын үҙе лә аңғармаҫтан өс бүлмәле фатирын 500 мең һумға һата. Ә аҡсаһын әхирәтенә бурысҡа бирә. Хәҙер аҡса ла , фатир ҙа юҡ. Ҡатын ғаиләһе менән уңайлыҡтары булмаған йортта йәшәргә мәжбүр.

Аида Фәррәхова 2010 йылда үҙенең әхирәтенә риэлторҙарҙан бурысҡа тип 500 мең һум аҡса алып бирә. Һуңғараҡ, риэлторҙар менән килешеү төҙөгәндә, үҙенең өс бүлмәле фатирын һатҡаны асыҡлана. Аида ханым әйтеүенсә, риэлтор мөлкәтте залогҡа һалыу урынына, уны һатыу тураһында килешеү төҙөгән.

Үҙенең «кәкре ҡайынға терәлгәнен» Аида Фәррәхова тәүге судҡа саҡырыу ҡағыҙы килгәс кенә аңлай. Баҡтиһәң, уның фатирына хәҙер икенсе кеше хужа. Өс бала әсәһе нишләргә лә белмәй, суд артынан суд китә.

Чапаев урамында урынлашҡан йорттағы фатирҙы Фәррәховтар 10 йыл сиратта тороп, 1992 йылда ала. Ул ваҡытта Аида ханымдың өс балаһы була. Күршеләр әйтеүенсә, быйыл апрелдә, суд ҡарары буйынса приставтар ғаиләне үҙ фатирынан ҡыуып сығара.

Фатир хужаһы бында күптән күренгәне булмаған. Уның менән бәйләнешкә ингәс, хужа әлеге торлаҡта йәшәмәүен иҫбатланы. Фатирҙы Фәррәховтарҙан түгел, ә килешеү төҙөгән риэлторҙарҙың береһенән алған. Ләкин Фәррәховтар һаман да элекке фатирҙарында теркәлгән. Квитанциялар ҙа Аида ханым исеменә килә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, килешеү төҙөп мутлашыусы риелторҙар менән бәйләнешкә инә алманыҡ. Фәррәховтар әйтеүенсә, уларҙың Туймазыла эҙе лә ҡалмаған. Шулай ҙа 2010 йылда килешеү төҙөүсе риэлторҙың сәркәтибе булып эшләгән Индира ханым һатыу тураһында килешеү төҙөүен инҡар итә.

Бәхәсле хәлде асыҡлау өсөн тикшереү уҙғарыу зарур. Бының өсөн махсус органдар бар. Шулай ҙа Фәррәховтарҙы полиция хеҙмәтенең енәйәт эше ҡуҙғатмауы бошондора. Яңынан юрист яллап, Фәррәховтар фатир өсөн көрәшеүен дауам итергә ниәтләй.

Ғаилә фатирын кире ала алырмы, юҡмы, быныһын ваҡыт күрһәтер. Ләкин, ысынлап та, оло йәштәгеләрҙең тиҙ ышаныусанлығынан файҙаланыусылар йыш осрай. Шуға ла ниндәй генә документҡа ҡул ҡуйыр алдынан тәүҙә ете ҡат уйларға кәрәктер.

Аймара Рәхимова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку