Туймазы ҡалаһында авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе яңы торлаҡҡа күсереү программаһы буйынса төҙөлгән фатир асҡыстары хужаларына тапшырылды 14.10.2015

Дөйөм майҙаны мең ярымдан ашыу 58 фатирлы биш ҡатлы йорт әҙер. Район хакимиәте 28 ғаиләне фатир менән тәьмин итте.
Авария хәлендәге йорттарҙы һүтеү программаһы 2008 йылдан эшләй. Уның буйынса Туймазы районында 500-ҙән ашыу фатир файҙаланыуға тапшырылған. 2018 йылға тиклем тағы ла алты тиҫтәгә яҡын йорттан йәшәүселәрҙе күсереү күҙаллана.

2008 йылда башланған авария хәлендәге йорттарҙы һүтеү программаһына беҙ беренселәрҙән булып индек. Киләсәктә бөтә емерек йорттар урынына бар талаптарға яуап биргән яңы йорттар ҡалҡып сығырына ышанабыҙ.
Поповтар ғаиләһе фатирҙы түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Элек йәшәгән йорттарында балкон да, һыуҙа булмай. Яңы йылды улар бөтә шарттары булған ике бүлмәле фатирҙа ҡаршыларға иҫәп тота.  
Татьяна менән Василий Поповтар, программала ҡатнашыусылар: «Фатир бик яҡты, йылы. Күркәм йәшәр өсөн бөтә нәмә лә бар. Балкон да көньяҡ урамына ҡарап тора. Мәктәптең юл аша ғына булыуы ла бик ҡулай».
Йорт хужаларын ҡаршыларға тулыһынса әҙер. Пластик тәҙрәләр, ишектәр ҡуйылған, бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Өҫтәүенә, хужаларҙы  өйрәнгән биҫтәлә ҡалыу ҙа ҡыуандыра. Бында парковка, балалар өсөн уйын майҙансығы ла бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика