Туймазы ҡалаһы ДОСААФ бүлеге  урындағы мотоклубты ябыу ниәтендә  уның ағзаларын гараждан ҡыуып сығара 24.10.2016

Ҡалала биш йыл элек ойошторолған түңәрәк етәксеһе клубты һаҡлап ҡалыуҙы һорап төрлө инстанцияларға, шул иҫәптән беҙҙең редакцияға ла мөрәжәғәт итте. Ни өсөн спортҡа ылыҡтырыу  һәм техникаға өйрәтеү кәрәкһеҙ булып сыҡҡан?

Ҙур ҡара һағыҙаҡты хәтерләткән трайкты Рәмил Хисамов бер нисә йыл элек яһаған. Осмаһа ла ҡоро ерҙә лә  йөрөрлөк, һыуҙа ла йөҙөрлөк итеп эшләнгән өс тәгәрмәсле мотоцикл киләсәк заман техникаһын хәтерләтә. Двигателе «Лада» ның ун дүртенсе моделенән. Трайк АИ -92 бензины менән эшләй. Артҡы яғында ҡырҡ литрлыҡ багы бар, багажникта  телевизор ҡуйырға урын яһалған.
РӘМИЛ ХИСАМОВ ТУЙМАЗЫ ҠАЛАҺЫНДА ЙӘШӘҮСЕ  ( Бына ошо  урында һыуҙа батмаҫ өсөн ҡоролма беркетәм. Ҡотҡарыусыларға һыуҙа батып барыусыны ҡотҡарыу өсөн  файҙаланырға мөмкин була.  )
Рәмил Әхнәф улы үҙенең уйлап тапҡан техникаһы менән Мәскәүҙә чемпионатта беренсе урын алған. Идеялары күп, бер нисә йыл элек тағы үҙенсәлекле техника эшләй башлаған. Бының өсөн автостлесарь һүтелгән тимер аттарҙың  запас частарен ҡуллана.
Туймазы Кулибины үҙе белгәндәрен балаларға ла өйрәтеү теләгендә  мотоклуб ойошторған.
Үҫмерҙәр был шөғөл менән ҡыҙыҡһынып үҙҙәре лә яңы трайктар йыйыуҙа  ҡатнаша. Ғәҙәттә,  дәрестәр йәй көнө уҙа, ти улар. Сөнки гараж йылытылмай, электр уты ла юҡ.
Мотоклуб әлегә тиклем урындағы  ДОСААФ-тың гараж бокстарының  бер бүлеген биләгән. Тик һуңғы арала  Рәмил Хисамовтан  бинаны бушатыуҙы һорайҙар.
Туймазы ҡалаһындағы ДОСААФ вәкилдәре менән осрашыу ошрондай йәмһеҙ әрләшеүҙән алыҫ китмәй. Ә уйлап табыусы белдереүенсә,  ул автомәктәп башҡарырға тейеш йөкләмәнең 20 процент эшен башҡара.
Николай Чувихин, Туймазы ДОСААФ автомәктәбе рәйесе урынбаҫары: «Ул электр уты өсөн түләмәй. Бында бер ниндәй ҙә клуб юҡ. Балалар ҙа йөрөмәй. Ҡала үҙәгенән был гараждар алыҫ урынлашҡан. Бүлеп бирелгән урынды үҙ мәнәфәғәттәрендә ҡуллана».
Гараждан урынды  Рәмил Хисамовҡа ҡала хакимиәте  биш йыл  элек бүлеп биргән. Тик уйлап табыусының уға документтары юҡ,   арендаға алырға теләп ҡағыҙ юллау ҙа һөҙөмтә бирмәгән.
Сергей Подопрыхин, Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Гараждар Туймазының ДОСААФ мәктәбенә ҡуртымға бирелгән. 30 сентябрҙә  аренда килешеү мөҙҙәте тамамланды. Әле автомәктәп  документтар юллай. Законға ярашлы, бинаны тағы ниндәйҙер өсөнсө кешегә биреү мөмкин түгел».
Башҡортостан буйынса ДОСААФ етәксеһе әйтеүенсә, урындағы хәл гараж боксын бүлешә алмауҙа ғына түгел. Туймазы автомәктәбе биналар өсөн ҡуртым хаҡын  ваҡытында түләмәгән.
Сергей Миңлеғолов, Башҡортостан ДОСААФ рәйесе: «ДОСААФ-тың урындағы бүлегенең  ҡуртым өсөн  ҙур ғына бурысы йыйылған. Был һуңғы биш йылда  мәктәптең  идара итеүселәре йыш алышынып тороуға ла бәйле. Ғөмүмән, был автомәктәптәрҙә спорт түңәрәктәре эшләп килһен өсөн аҡса бүленмәй,  уны ойошма үҙ  бюджеты әйләнешендәге сығымдар менән ойоштора ала. Беҙ Туймазыла булдыҡ,  уны мотоклуб тип атарға ла тел бармай».
Ғәйеп атта ла тәртәлә лә, һәм  атты егеүселә лә тип өҫтәргә кәрәк. Балаларҙы өйрәтерлек кеше лә, техника ла бар, тик шарттар ғына тыуҙырылмаған. Йәш быуында техникаға ҡыҙыҡһыныу уятыу,  бәләкәйҙән  ошо шөғөлгә ылыҡтырыу  көн талабы ла һуң... Ә әлегә Туймазы үҫмерҙәре гараждар алдындағы майҙанды бер итеп үҙҙәре төҙөгән трайктарҙа елдерә...
  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика