Туймазы ҡаҙанлыҡтары торлаҡ-коммуналь хужалығын үҙгәртеп ҡороуға ярҙам итеү фонды иҫәбенә төҙөкләндереләсәк

Туймазы ҡаҙанлыҡтары торлаҡ-коммуналь хужалығын үҙгәртеп ҡороуға ярҙам итеү фонды иҫәбенә төҙөкләндереләсәк 04.05.2016

Ил баш ҡалаһында Башҡортостандың финанс ярҙам һорауы ыңғай хәл ителгән. Был аҡсаларға Туймазы районындағы дүрт ҡаҙанлыҡ яңыртыласаҡ.

Альмира Ситдикова егерме йылдан ашыу ҡаҙанлыҡта оператор булып эшләй. Тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр бында алтынға бәрәбәр. Сөнки, үткән быуат ҡорамалдары менән күпте күргән операторҙар ғына уртаҡ тел таба ала. Туймазы ҡалаһының беренсе һанлы ҡаҙанлығы 60 йылдарҙа төҙөлгән. Ҡорамалдар ҙа таушалыу сиген үткән. Ә бит уға һикһәнләгән йортто йылылыҡ менән тәьмин итергә кәрәк.
Быныһы инде Туймазылағы яңы ҡаҙанлыҡ. Күпкә ҡеүәтлерәк һәм газ, электр утын да күпкә аҙыраҡ сарыф итә. Унда журнал тотоп күрһәткестәрҙе яҙып йөрөүсе операторҙарҙы ла күрмәҫһең . Сөнки улар бында бөтөнләй кәрәкмәй. Заманса йылытыу ҡорамалдарын ваҡыты-ваҡыты менән генә тикшереп китәләр, ә бар мәғлүмәтте ҡаланың диспетчер үҙәгендә алырға мөмкин. Ҡаҙанлыҡ тураһындағы бар күрһәткестәр бер экранға сығарыла.
Туймазы ҡалаһында барлығы ун ете үҙәкләштерелгән ҡаҙанлыҡ  эшләй. Шуларҙың икеһенең файҙаһына ҡарағанда, сығымдары күберәк.Киләсәктә хәлдең тағы киҫкенләшеүе ихтимал. Сөнки Туймазының күп кенә иҫке йорттары  һүтелергә тейеш һәм уларҙың урынына күп ҡатлы өйҙәр барлыҡҡа киләсәк. Йылылыҡ ҡеүәте күберәк талап ителәсәк.
Ҡаҙанлыҡтарҙы модернизациялауға  5 йөҙ миллионға яҡын аҡса тотоноу күҙаллана. Улар Торлаҡ коммуналь хужалығын үҙгәртеп ҡороуға ярҙам фондынан, республика ҡаҙнаһы һәм шәхси бизнестан йәлеп ителәсәк.
Ҡаҙанлыҡтарҙы яңыртыу 2017 йылдың аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. Башҡаса мөмкин түгел. Эштәрҙе һуҙған осраҡта авария хәлендәге йорттарҙан  күсереү программаһы ла тотҡарланасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика