Туғыҙ ҡатлы полководец 02.05.2015

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге күп ҡатлы йорттарҙың береһендә Георгий Жуковтың граффитиһын эшләү тамамланыу алдында. Әле Еңеү маршалының йөҙөн, орден-миҙалдарын буярға ҡалған.  

Улар альпинистар  түгел, әммә был һөнәр эйәләренең һәр көнө  бейеклектә үтә. Графист-рәссамдар йорттарға һүрәт эшләү менән мәшғүл.  Улар әйтеүенсә, юғарыла ижад итеү өсөн һәләт кенә етмәй,  ҡыйыулыҡ та кәрәк. Әммә ҡурҡыу тойғоһо балконға тотоноу менән онотола, сөнки башкөллө ижадҡа сумаһың. Портреттарҙы  күңелде һалмайынса төшөрөп булмай, ти графистар.
Олег Кайбышев, рәссам: «Георгий Жуковтың граффитиһын яҡынса бер аҙна элек эшләй башланыҡ, тәүҙә   эскиздарҙы әҙерләргә, документацияны  тупларға кәрәк. Артабан инде стенаны шымартыу башлана. Был графитины  эшләү өсөн  150 балон аэрозоль, 10 биҙрә тирәһе  ҡыйыҡ буяуы китәсәк».
Әле легендар маршалдың дөйөм һыҙаттарын  төшөрөп бөтөлгән. Эш ваҡ өлөштәргә ҡалып килә.  Миҙалдар ҡояш яҡтыһында янып торған махсус ҡатнашма менән эшкәртеләсәк.
Рәссамдар әйтеүенсә, иң ауыры күҙҙәрҙе төшөрөүе. Ҡыйынлыҡ төҫтәрҙе һайлауҙа түгел, иң мөһиме күҙ кешенең холоҡ-фиғелен, эске донъяһын бар тулылығында сағылдырырға тейеш. Шулай уҡ һауа торошоноң ҡулай булыуы  ла мотлаҡ. Сөнки көслө ел  мәлендә һүрәт төшөрөү бик мәшәҡәтле, буяуҙар ситкә сәсрәй.
Хәбәрсе.  Әммә  егеттәр әле бер минут ваҡытты ла әрәм итмәҫкә тырыша, сөнки  9 майға тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалып килә.
Артур Аудис, рәссам: «Георгий Жуковтың һүрәтен 9 майға тиклем тамамларға уйлайбыҙ. Кешеләр килеп рәхмәт әйтеп китә, был беҙҙе тағы ла ҡанатландырып ебәрә. Киләсәктә Өфө йорттарының стеналарында данлыҡлы шәхестәрҙең  рәсемдәрен тағы арттырырға иҫәп бар».
Әле  баш ҡаланың күп ҡатлы йорттарында төшөрөлгән 30-лап граффити бар. Улар араһында Әсә һәм бала, Юрий Гагаринға арнап төшөрөлгәндәрен билдәләп үтергә мөмкин.  Апрель аҙағында Хоҙайбирҙин урамында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың иҫтәлеге мәңгеләштерелде. Әйткәндәй, һуңғылары ошо уҡ төркөмдөң ижад емеше.
Өфөлә  яу  ҡаһармандарының исемен йөрөткән урамдар,  тарихи урындар, һәйкәлдәр, бюстар бар. Йорт стеналарына һүрәт төшөрөү, йәғни, граффити сағыштырмаса яңы алым. Рәссамдар әйтеүенсә,  һәм ул тарихҡа һөйөү уятыу йәһәтенә бик отошло. Сөнки йәш быуын заманса технологяиларҙы яҡшыраҡ ҡабул итә.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика