Туҡтауһыҙ көрәш

Туҡтауһыҙ көрәш 17.02.2016

Беҙҙең редакцияға торлаҡ-коммуналь хужалығы ойошмаларына ризаһыҙлыҡ белдереүселәрҙән килгән мөрәжәғәттәрҙән күләмле китап баҫтырып булыр ине. Ҡыҙғанысҡа, улар кәмемәй. Сираттағыһы Өфөнөң Калинин районынан. Кремль урамында урынлашҡан йорттарҙың береһендә йәшәүселәр коммуналь хеҙмәттәрҙең битарафлығына зарлана. Улар аңлатыуынса,  идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре ихатаны таҙаламай, тишек ҡыйыҡты ямамай. Фатирҙарға яҙлы-көҙлө ямғыр, ҡыш ҡар һыуы үтеп инә, дымлы һауа һаулыҡҡа насар йоғонто яһай.

4 йәшлек Верониканың һәр иртәһе хәҙер ингаляциянан башлана. Көн дауамында процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатларға тура килә. Кире осраҡта ҡыҙ тонсоға, көслө йүтәл башлана. Ҡыҙҙа - астма.
Яна Блохина, Верониканың апаһы: «Ингаляцияларҙы көнөнә 3 тапҡыр эшләйбеҙ, процедура 2-3 минут самаһы дауам итә.  Унһыҙ бик ҡыйынға тура килә. Төндә Верониканың тыны ҡыҫыла, аҙаҡ башы ауырта».
Дауаханала ятҡанда балаға тәүлегенә ике ингаляция эшләнгән. Ләкин ғаиләнең йәшәү шарттарын иҫәпкә алып, табиптар өйгә ҡайтҡас процедуралар һанын арттырырға тигән кәңәш итә. Блохиндарҙың фатиры ысынлап та, ҡот осҡос хәлдә.
Ике ҡатлы йорттоң түбәһенән  һыу аға. Ямғыр, ирегән ҡар һыуы бер ваҡытта ла кипмәй тиерлек, стеналар ҙа дымлы. Фатирҙы үңәҙ баҫҡан. Хужабикә Александра ла тап ошо сәбәпле, астма менән ауырый башланым тип аңлата.
Александра Блохина, Кремль урамының 31-се йортонда йәшәүсе: «Мин үҙем дә быума йүтәленән йонсойом. Табиптар режим һәм диета тоторға ҡуша. Ул ваҡытта йәнәһе сирҙән арыныу мөмкинлеге бар. Ә  йәшәү шарттарымды бер кем дә иҫәпкә алмай! Бында һауығыу түгел, сирем тағы ла көсәйеп китмәһә ярар ине тип тырышаһың».
Ҡатындың бында тағы бер ейәне йәшәй. Ул да сирләй күрмәһен инде тип борсола ғаилә. 7 айлыҡ сабый уянғас ауыр тын алып ҡуя икән. Мәсьәләне хәл итеү юлдары ла күренмәй, ғаилә тиҫтә йылдан ашыу торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора, тик һөҙөмтә юҡ. Күсенеп булмағас, йортто тәртипкә килтерергә кәрәк тә, тик беҙҙең бәлә бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай, ти фатир хужалары.
Йорт 29-сы торлаҡ файҙаланыу участкаһы ҡарамағында. Бында аңлатыуҙарынса, фатир хужаларының коммуналь түләүҙәр буйынса бурысы юҡ. Иң ҡыҙығы, йәнәһе, халыҡтан йортто тәртипкә килтереү буйынса мөрәжәғәттәр булмаған.  
Сәйер. Берәүҙәр ялыу хаттары менән төбәк етәксеһенә лә барып еттек ти, икенселәр «беҙгә тишек ҡыйыҡты ямау буйынса мөрәжәғәттәр булманы» тип яуаплай. Мәғлүмәт өсөн, 29-сы торлаҡ-файҙаланыу участкаһы  мөрәжәғәт итеүселәр йәшәгән йорттан квартал аша урынлашҡан. Фатирға һыу үтеүҙән интегеүселәр унда барып етә алмаған тигәнгә ышанырлыҡмы? Былтыр, йыл аҙағында Өфө «Торлаҡ-коммуналь хужалығы үҙгәрә» тигән Рәсәй форумын ҡабул итте. Уның һөҙөмтәһен оҙаҡ көтөргәме? Һорау асыҡ ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика